0%

Әсәйҙәргә. Айгөл Хәсәнова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әсәйҙәргә (Шиғыр)
автор Айгөл ХӘСӘНОВА, Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: «Аманат», 2012, № 3. Сығанаҡ: "Аманат" журналы


* * *


Әсәйҙәргә бағышлап,
Яҙам шиғыр юлдары.
Уңыштар, һаулыҡ теләйем,
Уңһын тормош юлдары.
Әсәйҙәр был донъяла,
Иң ҡәҙерле кешеләр.
Улар яҡты ғүмерҙе
Беҙгә бүләк иткәндәр.
Балаһы өсөн һәр көн
Әсә күңеле яна.
Уның мөхәббәтенән
Яҡтыраҡ һымаҡ донъя!