0%

Әсәйем булһа әгәр…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Әсәйем булһа әгәр… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2007.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Була шундай минуттарым-
Шатлыҡтан урғый хистәр,
Башҡа килә ошо фекер:
“Әсәйем булһа әгәр…”

Күңелемде тырнағанда
Күңелһеҙ, ауыр хәбәр
Уйлайым тағы һағынып:
“Әсәйем булһа әгәр…”

Үҙем күптән әсәй инде,
Балалар үҫте хәҙер,
Эй һағынам әсәйемде,
Әсәйем булһа әгәр…

Күптән юҡ инде әсәйем,
Күңелдән сыҡмай мәгәр.
Көн һайын да уйлап алам:
“Әсәйем булһа әгәр…”

…Күптән инде юҡ хәбәрең,
-Һаҡла баламды, Аллам!
…“Әсәйем булһа әгәр,”- тип,
Һин дә уйларһың, балам.