0%

Әсәйемдең тыуған көнө(шиғыр).А.Ғабдрахманов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әсәйемдең тыуған көнө(шиғыр).А,Ғабдрахманов (Шиғыр )
автор А.Ғабдрахманов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-ӨФө"Китап",1996 йыл


Әсәйемдең тыуған көнө


 Ниндәй матур, ниндәй сыуаҡ,
 Был ниндәй көн икән?
 Аяҙ көндә, сыуаҡ көндә
 Әсәйем тыуған икән.
Баҡсалағы һандуғастар
 Кемде маҡтай икән?
 һандуғастар, сәскәләр ҙә
 Әсәйҙе ҡотлай икән.
Ҡояш көлә, балҡып көлә —
 Был ниндәй көн икән?
 Аяҙ көндә ҡояш булып
 Әсәйем тыуған икән.


1996 йыл