Jump to content

Әсе еләк(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Әсе еләк ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Әсе еләк


 Көтөүсенең сыбыртҡы шартлатҡан тауышы иртәнге тынлыҡта урамдың бер осонан икенсеһенә яңғырап ишетелде. Уянып та, һаман йоҡомһорай биргән малдар һиҫкәнеп торҙо. Ҡаҙҙар, бәпкәләрен бер епкә теҙеп, ҡаңғылдаша-ҡаңғылдаша, Сәрмәсәнгә юл алды.
Оҙаҡламай урамды тултырып килгән ауыл көтөүе, күпер аша сығып, Сәрмәсән үҙәненә таралды. Малдар үткән ерҙә үләндәрҙән ысыҡ Һибелеп ҡалды.
Гөлдәр сепараттың талғын тауышына уянып китте. Әсәһе һөт айырта икән. Ҡыҙ кирелеп- һуҙылды ла карауатынан һикереп төштө. «Ни эшләп һаман йоҡлап ята әле ул? Кисә Таңһылыу менән ҡара таңдан тороп еләккә барырға һүҙ куйышҡайнылар бит».
Гөлдәр яңы ҡаймаҡ менән икмәк ҡапҡыланы ла бәләкәй силәгенең төбөнә, сепрәккә урап, күмәс һалды. Стакан алырға ла онотманы...
Таңһылыу менән Гөлдәр Еләклетауға еткәндә, ҡояш күтәрелеп ҡыҙҙыра ла башлағайны инде. Улар, бер ҡуш ҡайын төбөнә килеп етеп, силәктәрен ҡуйы ботаҡ аҫтына ултырттылар, аҙыҡтарын ағасҡа элделәр. Көн еләҫтә йыйып ҡалайыҡ тип, стакан тотоп, еләк сүпләргә ашыҡтылар.
Төшкә тиклем бил дә яҙмай йыйҙы Таңһылыу менән Гөлдәр. Тик, ни хикмәт, былтыр түшәлеп ятҡан урындарҙа быйыл еләк берәм-һәрәм генә күренгеләштерә.
Ҡыҙҙар, талсығып, ҡуш ҡайын төбөнә ял игергә ултырҙы. Еләкте икмәккә ҡушып ашап алдылар. Их, тәмле була ла һуң яланда икмәк! Яҡында ғына сылтырап аҡҡан һандуғас шишмәһенән Таңһылыу килтергән бер стакан һыуҙы уртлап эскәс, ҡыҙҙарҙың күҙ алдары яҡтырып ук китте.
Улар ауыл яғына бик оҙаҡ ҡарап ултырҙы. Еләклетауҙан тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренә. Гөлдәр менән Таңһылыуға тыуған ауылдары бигерәк тә матур тойолдо. Аҡ балсыҡ менән ағартылған өйҙәр бөтәһе бергә аҡ пароходҡа оҡшап тора. Был пароход, гүйә, күҙ етмәҫлек йәм-йәшел баҫыу диңгеҙендә йөҙөп китеп бара.
— Зур үҫһәм дә, ауылымды ташлап бер ҡайҙа ла китәсәгем юҡ, — тине Таңһылыу, уйға сумып.
Гөлдәр ҙә хыялға бирелде:
— Серемде сисәйемме һиңә, Таңһылыу! Минең Валентина Николаева-Терешкова кеүек батыр булғым килә. Ул ваҡытта ауылдаштарҙың вәт иҫтәре китәсәк миңә. Урам осо тәтелдәк Мәрхәбә инәй ҡапҡа төптәренә сығып баҫыр ҙа, урамдан үткән һәр кешегә: «Ишеттеңме әле, Нәсихәнең ҡыҙы һауаға осҡан, ти, бит. Беҙҙең ауылдан да шундай ҡыйыу кеше сығыр икән», — тип һөйләр.
— «һауаға осҡан!» — тип үсекләне Таңһылыу. — Үҙең Ғәзизйән ағайҙарҙың һөҙгәк быҙауынан да шөрләйһең.
— Ҡурҡһа ни, йыһанға осоу быҙауҙан ҡурҡыу түгел дә инде. Ул — мөһимерәк эш.
Таңһылыуҙың әхирәтен үсектергеһе килмәне, һүҙҙе икенсегә борҙо:
— Ҡара әле, төш ауып бара, беҙҙең силәктәр яртыһы ла тулмаған.
Гөлдәр иренен бүлтәйтте: ул Таңһылыуҙың һүҙҙәренә үпкәләп тә өлгөргәйне.
Ҡыҙҙар, стакан тотоп, икеһе ике яҡҡа ҡарай атланы. Ана, Таңһылыу бейек, ҡуйы булып үҫкән сәскә-селек араһынан күренмәй ҙә. Гөлдәр ҙә ҡабалана-ҡабалана еләк сүпләргә тотондо. Күҙ алдары ҡараңғылана башлағансы әйләнеп йөрөһә лә, стаканын тултыра алмай йөҙәне. Шул ваҡыт ул ҡуш ҡайын төбөнә йүгереп кенә килде лә әхирәтенең силәгенән услап-услап еләк алып үҙенекенә һалды.
...Көн кискә һарҡты. Әхирәттәр ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Сәрмәсән күпере төбөндә уларға Таңһылыуҙың әсәһе тап булды. Ул көтөү ҡаршыларға китеп бара ине.
— Эй, балаҡайҙарым, ни эшләп көнө буйына һыуһап йөрөйһөгөҙ, арығанһығыҙҙыр инде, — тине ул. — Ҡана, ауыҙ иттерегеҙ әле еләгегеҙҙән, быйыл уны күргән дә юҡ.
Ҡыҙҙар өҫтөн мәтрүшкә сәскәһе менән ҡаплаған еләктәрен асты.
— Гөлдәр, ай-һай, бөтмөр икән, — тине Ғәзимә апай, һоҡланып. — һауытын тултыра яҙған, һинең, ҡыҙым, яртыһы ғына булған түгелме? Йә, бары менән байрам. Иртәгә бәлеш һалырбыҙ. Бар, йәһәтерәк атлағыҙ. «Апайым ҡасан ҡайта инде?» — тип ҡусты-һеңлеләрең үҙеңде ҡапҡа төбөндә көтөп ултыра.
— Тырышҡайным да бит, әллә ни эшләп ырамай ҙа ҡуя. — Таңһылыу әсәһенең һүҙҙәренән бик уңайһыҙланды.
Гөлдәр, уға бер кем текләмәһә лә, ирендәрен ҡымтып ҡуйҙы...
Таһир менән Кәбир апаларын йүгереп барып ҡаршы алды. Таңһылыу уларҙың һәр береһенә услап-услап еләк өләште. Эй ҡыуанды бәләкәстәр, эй ҡыуанды. Ә Гөлдәр силәген ергә бер ҡуйҙы, бер алды. Венераны еләк менән һыйламаҡсы булғайны ла, уныһы:
— Кәрәкмәй, миңә етте, күп ашаһам, эсем ауыртып ҡуйыр, — тип кенә ебәрҙе.
Әсәһе Гөлдәрҙе сәй ҡайнатып көтөп тора ине инде. Берҙән-бер балаһы булғас, ҡыҙын суҡ кеүек кейендереп, тәмле-татлы менән һыйлап ҡына тора шул Нәсихә апай. Гөлдәрҙең сырайы һытыҡ икәнлеген күреп, уның ҡото осто:
— Ауырып киттеңме әллә, балаҡайым? Шул сүп-сар артынан йөрөмәһәң дә булыр ине инде, баҡса тулы еләк.
Гөлдәр сәй ҙә эсеп торманы, башым ауырта, тигән булды ла карауатҡа барып ятты. Йә инде, кеше әйберенә тәүге тапҡыр ҡул һондо бит. Ни эшләп әле ул Таңһылыуҙың туғандарын онотоп ебәргән? Бәләкәстәрҙең өлөшөн сәлдергән түгелме һуң? Улар менән уйнарға бик ярата ла баһа Гөлдәр. Әхирәте уның космонавт булам тигән хыялына ышанманы. Шуға күрә, еләкте күп йыйып, Таңһылыуға үҙенең унан етеҙерәк, отҡорораҡ икәнлеген күрһәтергә теләгәйне лә...
Гөлдәрҙең космонавт буласағына ышанасаҡһың, йәнәһе... Етмәһә, Таңһылыуҙың әсәһе Гөлдәрҙе, бөтмөр, тип маҡтай. Оялышыңдан үлерһең.
...Иртәгеһен ҡыҙҙар тағы Еләклетауға китте. Тик был юлы, ни ғәжәп, Таңһылыуҙың силәге алдараҡ тулды. Гөлдәр, дуҫы күрмәгәндә генә, үҙе йыйған еләкте уның силәгенә бушатты.

 


2009 йыл