100%

Әр-Рум сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'

30 — Рум (Рум) сүрәһе

(Рум сүрәһе 60 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Иран ғәскәр​ҙәре менән һуғышта еңелгән Рум ғәскәрҙәре тураһында һөйләнгәнгә күрә, ошо исемде алған.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әлиф. Ләм. Мим.

2. Румдар еңелде; (3) яҡын үҙәндә. Гәрсә улар ошо еңелеүҙән һуң еңеүсе буласаҡ; (4) бер нисә йылдан һуң. Ал​дағыһы ла, һуңғыһы ла Аллаһ хөкөмөндә булыр. Ул көндө мөьминдәр ҙә ҡыуанасаҡ; (5) Аллаһтың ҡөҙрәте менән. Ул те​ләгәненә ярҙам итер. Ул мотлаҡ ҡөҙрәтлеҙер. Ярлыҡаусыҙыр.

(«Китаплы кешеләр румлылар (бизанстар) мәжүси Иран ғәскәре тарафынан еңелгәс, Мәккә мөшриктәре бик һөйөндө. Улар мосолмандарға әйтте: әгәр ҙә Аллаһығыҙ, һеҙ әйткәнсә берҙән-бер еңеүсе булһа, китаплы халыҡтан булған бизанстарҙы еңеүсе иткән булыр ине, тинеләр. Шунан һуң Ҡөръән, бер мөғжизә була​раҡ, киләсәктә буласаҡ ваҡиға тураһында хәбәр бирҙе: өс йәки ту​ғыҙ йыл эсендә бизанстар иранлыларҙы тар-мар итәсәк һәм мөьминдәр ҙә һөйөнәсәк. Ысындан да, 624 йылда бизанстар Иранға баҫып керҙеләр һәм еңделәр. Шул уҡ йылда мосолмандар Бәдер һуғышын​да ҙур еңеүгә иреште». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

6. Был—Аллаһтың вәғәҙәһеҙер. Аллаһ вәғәҙәһенән ҡайт​маҫ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй. (7) Улар донъя тормошоноң өҫкө ҡатын ғына күреп беләләр. Әхирәт мәсьәләләрендә улар — наҙандарҙың да наҙаны.

8. Аллаһтың күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағы барлыҡтарҙы Хәҡиҡәт булараҡ яралтып, Үҙенә генә мәғлүм ваҡыт биреп, уларҙың тәҡдирҙәрен алдан билгеләгәнлеге тураһында улар үҙ баштары менән уйлап ҡараманылармы ни? Кешеләрҙең күбеһе (үлгәндән һуң терелеп, Ҡиәмәт көнөндә) Аллаһ хозурына киләсәктәренә ышанмайҙар.

9. Донъя буйлап йөрөп, үҙҙәренән элек йәшәп киткәндәр​ҙең яҙмышы нисек бөткәне менән ҡыҙыҡһынманылармы? Улар (Ғәд, Сәмуд ҡәбиләләре) тегеләренән ғәйәт ҡеүәтле ине. Иген иктеләр, ерҙең аҫтын өҫкә әйләндерҙеләр (һыу эҙләп ҡойо ҡаҙынылар, каналдар төҙөнөләр). Былар (Мәккә кәферҙәре) ҡорған биналарҙан да яҡшыраҡ биналар ҡорҙолар. Пәйғәм​бәрҙәре уларға байтаҡ ҡына дәлилдәр, киҫәтеүҙәр менән кил​де. Аллаһ уларға золом итмәне, (ғәҙелһеҙлектәре, ҡылған гөнаһтары менән) улар үҙҙәренә үҙҙәре золом итте.

10. Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарған һәм уларҙы мәсхәрә итеп көлгән һәм ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙың ахыры бик тә яман булды. (11) Аллаһ башта йәнлеләрҙе юҡтан бар итер. Унан һуң үлтерер һәм яңынан тергеҙер. Иң һуңын​да барыһы ла Уның хозурына килтерелер (ҡайһыһына — йәннәт, ҡайһыһына йәһәннәм бирер). (12) Ҡиәмәт ҡупҡан көндө гөнаһлылар телһеҙ-тауышһыҙ ҡаласаҡ. (13) (Аллаһҡа тиң күрелгән) яһалма Илаһтары уларға һис бер ярҙам күрһәтмәйәсәк. Һуңынан улар яһалма Илаһтарынан да баш тартасаҡ. (14) Ҡиәмәт ҡупҡан көн — (мөьминдәр менән инҡарсыларҙың) бер-берҙәренән айырыла торған көн.

15. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар йәннәттә ниғмәттәр һәм ҡыуаныс эсендә йәшәрҙәр. (16) Инҡарсылар, аяттарыбыҙҙы һәм Әхирәт көнөн ялғанға сығарыусылар иһә рәхим​һеҙ ғазап эсендә ҡалдырыласаҡ. (17) Шулай булғас, кис еткәс тә, иртән дә Аллаһҡа тәсбих тартығыҙ (намаҙ уҡы​ғыҙ).

18. Күктәрҙә (фәрештәләр) һәм Ерҙә (мәхлүҡәт) бары тик Уға маҡтау йырлай. Көндөҙөн (икенде намаҙында ла), төш тураһында (өйлә намаҙында) ла (Аллаһты зикер итегеҙ. Уға мәдхийә әйтегеҙ). (19) Ул йәнһеҙҙән йәнлене (шәһүәттән кешене, йомортҡанан ҡошто) сығарыусы. Үлгәндән һуң терелтеү​сеҙер. Бына шулай итеп, һеҙ ҙә (үлемегеҙҙән һуң ҡәберҙәрегеҙҙән) сығарыласаҡһығыҙ.

20. Һеҙҙең тупраҡтан яралтылыуығыҙ Уның ҡөҙрәтенә дәлилдер. Һуңынан һеҙ үрсеп, Ер йөҙөнә таралдығыҙ.

(Һуңғы йөмлә М. Алидә: һуңынан һеҙ әжәлле булдығыҙ, сереп таралдығыҙ, тип бирелгән.)

21. Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар.

22. Уның күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүе лә, Уға телдәрегеҙҙе, тән төҫтәрегеҙҙе төрлө-төрлө итеп яралтыуы ла - Аллаһтың бәхәсһеҙ дәлилдәреҙер. Хаҡтыр, быларҙа хәбәрҙарҙар өсөн ғибрәттәр бар.

23. Төндәрен йоҡо ләззәтен татыуығыҙ ҙа, көндөҙҙәрен ятып хәл алыу һәм (өлөшөгөҙгә тейгән) ризыҡты табыуығыҙ ҙа — Уның мөғжизәләренә асыҡ дәлилдер. Хаҡтыр, был хәлдәрҙә лә (күңел ҡолағы) һаңғырау булмағандар өсөн ғибрәттәр бар.

24. Уның дәлилдәренән берһе шулдыр. Ул йәшен йәшнә​теп, һеҙгә (йәшен һуғыр тип) ҡурҡыу һәм (ямғыр яуып, иген мул булыр тигән) өмөт бирә. Ул ямғыр яуҙырып, ҡороп үлгән туп​раҡҡа йән өрә. Хаҡтыр, фекерләй белгәндәр өсөн ғибрәттәр бар.

25. Күк менәән Ерҙең Аллаһ ихтыярына буйһоноуы ла— Раббының мөғжизәһе. Ахырҙа ул һеҙҙе саҡырыр, һәм һеҙ шунда уҡ ҡәберҙәрегеҙҙән тороп, Уның янына йыйылырһығыҙ. (26) Күктәрҙәге һәм Ерҙәге барлыҡтарҙың һәммәсе лә — Уныҡыҙыр. Барыһы ла Уға ғына буйһонған. (27) Ул иң башта юҡтан бар итеп, уны (үлтергәндән һуң яңынан) тергеҙеү​сеҙер. Уның өсөн был эштәр бик тә анһаттыр. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге иң юғары сифат (әхләҡ, миһырбан, ғәфү итә белеү, һүҙгә тоғро ҡалыу) Аллаһтың Үҙендәҙер. Аллаһ — һәр ваҡыт еңеүсе, ҡөҙрәт эйәһе һәм хикмәттәр хужаһы.

28. Ул һеҙгә (мөшриктәргә) үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙан миҫал килтерә:

— Һеҙҙең әмерегеҙҙә булған ҡолдар араһында һеҙгә Беҙ биргән ризыҡтарҙы тигеҙ итеп бүлешергә теләгәндәре бар​мы? Һәм һеҙ улар менән тигеҙ булып (малығыҙҙы тигеҙ бүлеп), үҙегеҙҙе хөрмәт иткән кеүек, уларҙы хөрмәт итерһегеҙме (тиңдәрегеҙҙән ҡурҡҡан кеүек, ҡурҡаһығыҙмы)? Аҡыл менән эш итеүселәр өсөн Беҙ аяттарыбыҙҙы бына шулай аңлатабыҙ.

29. Юҡ шул, (улай итмәнеләр, малдарын ҡолдарына бирмәнеләр) улар, нимә ҡыланғандарын да белмәйенсә, үҙ нәфселәренә буйһондолар. Аллаһ Үҙе юлдан яҙҙырғандарҙы кем тура юлға кертә алыр икән? Уларға һис кем ярҙам итә алмаҫ.

30. Һин (ий, Мөхәммәд) Аллаһҡа тоғро булараҡ йөҙөң​дө тура дингә тура тот. Ул кешеләрҙе ошо дин өсөн яралтты. Аллаһтың бар иткәндәрендә үҙгәрештәр булмаҫ. Был дин — ныҡ һәм иң дөрөҫ диндер. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй. (Шуға күрә улар иман килтермәй.) (31) Барығыҙ ҙа Уға йүнәлегеҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ, мөшрик булмағыҙ.

32. Диндәрен фирҡә-фирҡәғә бүлгәләп, айырып, тарҡатып бөтөрөүселәр кеүек булмағыҙ. Уларҙың һәр береһе үҙ фирҡәһе менән (беҙҙең дин — иң яҡшы дин, тип) маҡтана.

33. Кешеләрҙең башына берәй бәлә килһә, Раббыға, бары тик Уға баш эйеп, доға уҡыйҙар. Аллаһ уларға рәхмәт (ниғмәт, муллыҡ) бирһә, күреп тороғоҙ, уларҙың бер ҡәүеме тағын Аллаһтан башҡаға табынырға тотона; (34) биргән ниғмәттәребеҙгә шөкөр итмәҫтән. Әйҙә, кәйефләнегеҙ, ләкин һеҙ оҙаҡламай нимә булаһын беләсәкһегеҙ. (35) Юҡһа, Беҙ уларға Аллаһтың тиңдәше барлығы тураһында дәлилдәр килтермәнек. (Беҙ уларҙы мөшрик булырға өндәмәнек.)

36. Кешеләргә рәхмәт (байлыҡ, ләззәт, шөһрәт) индерһәк, улар ҡыуана. Ҡулдары менән ҡылған гөнаһтарына күрә, баштарына әфәт төшһә, шунда уҡ өмөтһөҙлөккә биреләләр. (37) Әллә һуң улар күрмәйҙәрме, Аллаһ ризыҡты теләгәненә мул итеп бирә, ҡайһыларына кәметә. Шик юҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрәттәр бар.

38. Туғандарыңа, ярлыға, сәйәхәттәгеләргә тейешлеһен бир. Аллаһтың ризалығын ҡаҙанырға теләгәндәр өсөн бынан да изгелеклерәк эш юҡ. Бына шулар инде (язанан) ҡото​лоп, (Сәғәдәткә) ирешәсәк.

39. Байлығығыҙҙы күбәйтер өсөн, арттырып ҡайтарыу шарты менән алған керемдәрегеҙ Аллаһ ҡатында артмаҫ (һезҙҙең файҙаға булмаҫ). Аллаһ ризалығы өсөн зәкәт бирһәгеҙ, (сауаптарығыҙ, малдарығыҙ) ҡат-ҡат арттырыр.

40. Аллаһ һеҙҙе бар итеүсе, һуңынан ризыҡландырыусы; ахыр​ҙа йәнһеҙ итеп, тағын терелтер. Һеҙ табынғандарҙың берәйһе ошо эштәрҙең, исмаһам, берәйһен башҡара аламы? Аллаһ уларҙың уйҙырма Илаһтарынан паҡ һәм бөйөк.

41. Кешеләрҙең ҡылмыштары (фәхешлектәр) арҡаһында ҡоро ер өҫтөндә лә, диңгеҙҙә лә тәртип боҙолдо. Ҡыл​ған гөнаһтарына күрә (Әхирәттә) бирелә торған язалар​ҙың бер өлөшөн (был донъяла) татытыр. Бәлки, улар тәүбә итерҙәр!

42. (Эй, Рәсүлем Мөхөммәд) әйт һин:

— Донъя буйлап йөрөгөҙ һәм һеҙ әүәл йәшәп киткәндәр​ҙең ахырғы яҙмышы нисек булғанын күрерһегеҙ. Уларҙың күбеһе мөшрик ине, — тип.

43. Был донъяға кире ҡайтарылмай торған Көн (Ҡиәмәт) килгәнсе һин йөҙөңдө хаҡ дингә бор. Ул Көндө кешеләр айырым-айырым төркөмдәргә бүленер.

(Мосолмандар — йәннәткә, кәферҙәр, мөшриктәр, монафиҡтар — йәһәннәмгә.)

44. Кем инҡар иткән, инҡары үҙ башына булыр. Изгелек ҡылғандар үҙҙәре өсөн йәннәт әҙерләне. (45) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ үҙ тарафыннан әжер бирер. Шик юҡ, Аллаһ иманһыҙҙарҙы яратмай.

46. Ниғмәттәремде татыһындар, Уның әмере менән йөрөй торған кәмәләргә ултырып, насип ризыҡтарын ҡаҙанһындар тип, шуларға шөкөр итһендәр тип, һөйөнөслө хәбәрҙәр килтерһен тип, елдәрҙе иҫтереү ғәләмәте лә Аллаһтың барлығына, сикһеҙ ҡөҙрәтенә шикһеҙ дәлилдәр булып тора.

47. Хаҡтыр, Беҙ һинән элек тә халыҡтарға үҙҙәре араһынан сыҡҡан пәйғәмбәрҙәр күндерҙек һәм уларға ла асыҡ дәлилдәр бирҙек. (Ул пәйғәмбәрҙәргә ышанмайынса) гөнаһ​ҡа батҡандарҙы тейешле язаға тарттыҡ. Мөьминдәргә ярҙам итеү — Беҙҙең эш.

48. Елдәрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуҙырыусы — Аллаһ. Болоттарҙы, Үҙе теләгәнсә, Күк йөҙөнә таратыусы ла, киҫәкләп-киҫәкләп ямғыр яуҙыртыусы ла—Аллаһ. Аллаһ, ямғыр яуҙырып, теләгән ҡолдарына ҡыуаныс индерә. (49) Юҡһа, оҙаҡ ямғыр яумай торһа, улар хафаға төшә.

50. Ҡара һин Аллаһ Тәғәләнең ниғмәттәренә! Ҡороп, үлгән тупраҡ нисек яңынан терелә? Шик юҡтыр, Ул мәйеттәрҙе лә шулай тергеҙәсәк, Аллаһтың бар нәмәгә лә ҡөҙрә​те етә. (51) Хаҡтыр, әгәр ҙә Беҙ ҡоро елдәр иҫтереп, бөтөн ерҙе һарғайтһаҡ, шунан һуң да улар Аллаһҡа иман килтермәҫ, шөкрәнә ҡылмаҫ.

52. (Рәсүлем) әлбиттә, һин (тере) мәйеттәргә (хаҡ һүҙҙе) ирештерә алмаҫһың, (Аллаһтан килгән хаҡ һүҙҙәреңә ышанмасҫтай) арҡа биреп китеп барған (күңеле) һаңғырауҙарға (Аллаһтың саҡыруҙарын) ишеттерә алмаҫһың. (53) Һин тура юл​дан яҙған (күңел күҙе) һуҡырҙарҙы ла һидәйәткә илтә алмаҫһың. Һин бары тик аяттарыбыҙға иман килтереп, мосолман булғандарға ғына (хаҡ һүҙҙе) ишеттерә алырһың.

54. Аллаһ һеҙҙе хәлһеҙ (бала) итеп яралтҡан. Унан һуң хәлһеҙлектән хәлләндереп, ҡеүәт биргән; ҡеүәт артынан та​ғын һеҙҙе хәлһеҙләндергән (ҡартайтҡан). Ул үҙе теләгәнде башҡара. Ул — һис шик юҡтыр, барыһын да мөкәммәл белеп тороусы ҡөҙрәт эйәһе.

55. Ҡиәмәт ҡупҡан Сәғәттә гөнаһлылар (фани донъяла, ҡәберҙә) бер сәғәттән дә артыҡ торманыҡ, тип ант итәсәктәр. Бына шулай, улар (фани донъяла алданып) боҙолған​дар.

56. Ғилемле һәм иман килтергәндәр шулай әйтер:

- Хаҡтыр, Аллаһтың китабында яҙылғанса, һеҙ яңынан терелеү көнөнә (Ҡиәмәткә) ҡәҙәр йәшәнегеҙ. Бына бөгөн (Ҡиәмәт сәғәте һуҡты, һеҙ) яңынан терелдегеҙ. Ләкин һеҙ быңа ышанманығыҙ. (57) Ләкин ул көндө аҡланырға тырышыуҙары уларға файҙа килтермәҫ, һәм уларҙан Аллаһ ризалығын ҡаҙанырға маташыуҙары ла талап ителмәҫ.

58. Хаҡтыр, кешеләр (ғибрәт, һабаҡ алһын) өсөн Беҙ Ҡөръәндә төрлө миҫалдар килтерәбеҙ. Ләкин (ий, Мөхәммәд) һин уларға бер аят килтерһәң, кәферҙәр мотлаҡ әйтәсәк:

- Һеҙ ялған һөйләүҙән башҡаны белмәйһегеҙ, - тип әйтерҙәр. (59) Бына, белмәгәндәрҙең (итәғәт итергә теләмәгәндәрҙең) күңелдәренә Аллаһ шулай итеп мөһөр һуға.

60. (Эй, Мөхәммәд) һин хәҙергә сабыр ит. Шик-шөбһә юҡ, Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡтыр. Һаҡ бул! Быңа инанмаған​дар һинең иманыңды ҡаҡшатмаһын!