Әрме. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Әрме


Хәрби хеҙмәттә һәләк булған туғаныма

Түгелептәр илай таулы һуҡмаҡ
Ҡойоп яуған ямғыр артынан,
Бер баҫырҙы әллә унар баҫып
Шул һуҡмаҡтан үргә артылам.

Ошо үрҙән һуңғы ҡараш ташлап
Хушлашҡанһың икән, туғаным.
Белмәнек шул күктәр алдан күреп,
Үкһеп-үкһеп йәшен ҡойғанын.

Бер баҫырҙы унар баҫып менәм
Ауылыңдың текә үренә,
Урман эстәренә ингән юлда
Һинең һының, гүйә, күренә.

Олоғаябыҙ, ә һин һаман йәп-йәш,
Әрмеләргә китеп барышың,
Яулыҡ болғай ҡыҙҙар кемуҙарҙан,
Кем оҡшарҙан һиңә, ярышып.

Тиҫтерҙәрең инде атай булып
Улҡайҙарын әрме ебәрә.
Яҙманы шул бишек бәүетергә
Һинең өсөн тыуған сибәргә.

Олоғайҙы ҡыҙҙар ятаҡтарҙа,
Олоғайҙы ҡыҙҙар ятаҡтарҙа,
Ҡараңғыла - етем тәҙрәләр.
... Һеҙҙән тыуыр балаларға тейҙе
Һеҙгә тоҫҡалынған йәҙрәләр


2012