Jump to content

Әнисәнең алъяпҡысы(шиғыр). Муса Ғәли

From Wikisource
Әнисәнең алъяпҡысы (Шиғыр)
автор Муса Ғәли
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Әнисәнең алъяпҡысы


Әнисәнең алъяпҡысы
Аллы-гөллө сигелгән.
Күкрәге лә, итәге лә
Шау сәскәгә күмелгән.
Мәктәбенән ҡайта ла ул
Шул алъяпҡысын быуа.
Аш та бешерә белә ул,
Керен дә үҙе йыуа.
Алъяпҡыстан күҙен алмай,
Һоҡлана бәләкәстәр. 
Ҙурҙар ҙа ҡарай шатланып:
«Үҫә,— тип,— ниндәй йәштәр».
Кемдер шикләнә: «Үҙеңме
Сиктең шулай? Булмаҫ та...»
Ә Әнисә: «Үҙем»,— ти ҙә
Оялып ҡарай аҫҡа.
 


1996 йыл