Әлү Ғимран сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


Bismillah.gif
'

3. ӘЛҮ ҒИМРАН (ҒИМРАН ҒАИЛӘҺЕ) СҮРӘҺЕ Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! 1. Әлиф ләм мим.

2. Алла, Унан, тере һәм мәңге булғандан башҡа, илаһ юҡ!

3. Һиңә ҡәҙәр иңдерелгәндәрҙе раҫлап, Ул һиңә китап иңдерҙе, һәм Әт-Тәүратты һәм Әл-Инжилде иңдерҙе,

4. һәм элек кешеләргә ҡулланма итеп Әл-Форҡанды индерҙе. Ысынлап та, Алланың аяттарына иман килтермәүселәр — улар өсөн ҡаты ғазап! Ысынлап та, Алла бөйөк, үс алыу эйәһе!

5. Ысынлап та, Алланан Ерҙә лә Күктә лә һис бер нәмә йәшерен түгел.

6. Ул — һеҙгә әсә ҡарынында теләгән һүрәтте биреүсе. Унан, бөйөк, хикмәтленән башҡа, илаһ юҡ!

7. Ул шундай: һиңә китап иңдерҙе; ул китапта — асыҡ мәғәнәле аяттар, улар — китаптың әсәһе; һәм ҡайһы берҙәре — мәғәнәһе асыҡ булмаған аяттар. Күңелдәрендә тайпылыу булған кешеләр мәғәнәһе асыҡ булмағандарына эйәрә, фетнә сығарырға тырышып һәм үҙҙәренсә аңлатырға тырышып. Уны аңлатыуҙы Алланан башҡа бер кем дә белмәй. Һәм ғилемдә ныҡ булғандар: «Беҙ Уға иман килтерҙек: барыһы ла Раббыбыҙҙан»,— тиҙәр. Фәҡәт аҡылдары булғандар ғына иҫкә ала! 8. Раббыбыҙ! Һин, тура юлға күндергәндән һуң, беҙҙең күңелебеҙҙе тайпылдырма. Үҙ тарафыңдан беҙгә рәхмәт бир: ысынлап та, Һин биреүсе бит!

9. Раббыбыҙ! Ысынлап та, Һин кешеләрҙе шул көндө йыяһың, ул көнгә һис бер шик юҡ. Ысынлап та, Алла үәғәҙәһен алмаштырмай!

10. Ысынлап та, иман килтермәгән кешеләрҙе малдары ла һәм балалары ла Алла ҡаршыһында һис бер нәмәнән ҡотҡармаҫ. Былар — тамуҡ киҫәүҙәре,

11. Фирғәүен нәҫеленең эше лә һәм уларҙан элек булғандарҙың эше кеүек үк. Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һананы, үҙҙәренең гонаһтары арҡаһында Алла уларҙы ғазапланы — яза ҡылыуҙа Алла көслө!

12. Иман килтермәгән кешеләргә: «Һеҙ, әлбиттә, еңелерһегеҙ һәм тамуҡҡа йыйылырһығыҙ. Ниндәй насар был урын!» —тип әйт.

13. Бер-береһе менән осрашҡан ике төркөмдә һеҙгә аят булды бит: бер төркөм Алла юлында һуғыша, икенсеһе — кафырҙар. Былары үҙ күҙҙәре менән тегеләрҙе үҙҙәренә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк итеп күрҙе. Алла Үҙенең ярҙамы менән кемде теләй, шуны нығыта бит. Ысынлап та, бында — күҙлеләргә ғибрәт!

14. Кешеләргә нәфсе теләгәнде — ҡатындарҙы һәм балаларҙы, йыйылған алтын һәм көмөш ҡинтарҙарын, тамғаланған аттарҙы, йорт хайуандарын, игенлектәрҙе — һөйөү зиннәтләндереп күрһәтелде. Былар — фани донъяла файҙаланыу өсөн кәрәк-яраҡ нәмәләр, ә Алла ҡаршыһында — ҡайтасаҡ күркәм урын!

15. «Бынан да яҡшырағы тураһында хәбәр бирәйекме әллә һеҙгә?» — тип әйт. Тәҡүәлек ҡылған кешеләргә уларҙың Раббылары ҡаршыһында — аҫтынан йылғалар ағып торған баҡсалар,— улар унда мәңге ҡалыр,— һәм саф ҡатындар, һәм Алланан ризалыҡ. Ысынлап та, Алла Үҙенең ҡолдарын күреп тора,—

16. «Раббыбыҙ! Беҙ иман килтерҙек! Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!» — тигәндәрҙе,—

17. сабыр итеүселәрҙе, дөрөҫөн һөйләүселәрҙе, түбәнселеклеләрҙе, мал сарыф итеүселәрҙе, һәм таң уаҡытында ярлыҡау һораусыларҙы.

18. Алла, Үҙенән башҡа илаһ юҡ, тип шаһитлыҡ итә, һәм фәрештәләр, һәм ғәҙеллектә ныҡ булған ғилем эйәләре: «Алланан — бөйөк һәм хикмәтленән — башҡа илаһ юҡ!» — ти.

19. Ысынлап та, Алла ҡаршыһындағы дин — Ислам дине. Китап бирелгән кешеләр, уларға белем килгәндән һуң, бер-береһенә асыу итеп таралышты. Ә кем Алланың аяттарын инҡар итә икән — ул саҡта Алла хисапта етеҙ бит!

20. Әгәр улар һинең менән һүҙ көрәштерһә, «Мин үҙемдең йөҙөмдө Аллаға тапшырҙым һәм миңә эйәргәндәр ҙә тапшырҙы»,— тип әйт. Китап бирелгәндәргә һәм наҙандарға: «Һеҙ бирелдегеҙме [мосолман булдығыҙмы]?» — тип әйт. Әгәр улар бирелһә, тура юлдан киткәндәр әгәр йөҙ дүндерһә, ул уаҡытта һинең өҫтә — фәҡәт еткереү генә, ә Алла Үҙ ҡолдарын күреп тора!

21. Алланың аяттарына ышанмаусыларҙы, бәйғәмбәрҙәрҙе хаҡһыҙ рәүештә үлтереүселәрҙе һәм кешеләр араһында ғәҙеллеккә бойорғандарҙы үлтереүселәрҙе әрнеткес ғазап менән һөйөнсөлә!

22. Былар — донъяла ла, ахирәттә лә эштәре бушҡа булғандар, һәм уларға бер ниндәй ҙә ярҙамсы юҡ! 23. Һин китаптың бер өлөшө бирелгән кешеләрҙе күрмәнеңме әллә? Уларҙы, араларын хөкөм итер өсөн, Алла китабына саҡыралар; аҙаҡ уларҙың бер төркөмө йөҙ сөйөрөп ситкә борола.

24. Был — шунлыҡтан, сөнки улар: «Тамуҡ уты беҙгә бер ҡасан да теймәйәсәк, һанаулы көндәрҙә генә теймәһә инде»,—тинеләр. Һәм уларҙы үҙ диндәрендә ялғанды уйлауҙары алданы.

25. Ә нисек булыр һуң Беҙ уларҙы килеүендә һис шик тыумаған көнгә тип йыйһаҡ, һәм һәр йәнгә ҡаҙанғаны теүәл бирелһә, һәм улар йәберләнмәһәләр?

26. Әйт: «Эй Алла, батшалыҡтың батшаһы! Һин теләгән кешегә хакимиәт бирәһең һәм теләгән кешенән тартып алаһың, теләгән кешене өҫкә күтәрәһең, теләгән кешене түбәнһетәһең, Һинең ҡулыңда яҡшылыҡ; ысынлап та, Һин һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! 27. Һин төндө көнгә индерәһең, көндө төнгә индерәһең, Һин үлектән терене сығараһың, Һин теренән үлекте сығараһың, һәм теләгән кешене иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ризыҡландыраһың!

28. Иман килтергән кешеләр кафырҙарҙы иманлыларҙан башҡа үҙҙәренә дуҫ күрмәһендәр. Кем дә кем быны эшләй, уның Алла менән уртаҡ бер нәмәһе лә юҡ, уларҙан ҡурҡҡан хәлдә генә булмаһағыҙ. Алла һеҙҙе Үҙе менән иҫкәртә, һәм ҡайтыу — Аллаға».

29. Әйт: «Әгәр күңелегеҙҙәге нәмәне йәшерһәгеҙ йәки асыҡ ҡылһағыҙ — уны Алла белер: сөнки Ул күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләрҙе белә. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!

30. Ул көндө һәр бер йән изгелектән нимә эшләгән булһа ла һәм яуызлыҡтан нимә эшләгән булһа ла, алдына килтерелгән итеп табыр, һәм шуның [һуңғыһы] менән үҙ араһының алыҫ булыуын теләр. Алла һеҙҙе Үҙенән иҫкәртә, ысынлап та, Алла Үҙ ҡолдарына шәфҡәтле!»

31. «Әгәр Алланы яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, шул саҡта һеҙҙе Алла яратыр һәм гонаһтарығыҙҙан ярлыҡар»,— тип әйт. Алла ярлыҡаусы, рәхимле!

32. «Аллаға һәм рәсүлгә буйһоноғоҙ! Әгәр йөҙ дүндерһәгеҙ... Алла кафырҙарҙы яратмай бит!» — тип әйт.

33. Ысынлап та, Алла ғәләмдәр алдында Әҙәмде һәм Нухты, һәм Ибраһим ырыуын һәм Ғимран ырыуын һайланы,

34. берәүҙәрен икенселәренән нәҫел итеп. Алла ишетеүсе, белеүсе!

35. Бына Ғимрандың ҡатыны: «Раббым! Мин үҙемдең ҡарынымдағын Һиңә нәҙер иттем, [Һинең өсөн] ирекле итеп. Минән ҡабул ит, Һин ишетеүсе, белеүсе бит!» — тине.

36. Унан еңеләйгәс: «Раббым! Бына мин уны тыуҙырҙым — ҡыҙ бала»,— тине. — Ә Алла ул ҡатындың нимә ҡуйғанын яҡшыраҡ белде — ир бала ҡыҙ бала кеүек түгел бит.— «Һәм уны Мәрйәм тип атаным. Һәм бына — мин уны һәм уның нәҫелен таштар менән ҡыуылған шайтандан һаҡлау өсөн Һиңә тапшырам»,— тине. 37. Һәм Раббыһы уны яҡшы ҡабул итте, һәм яҡшы үҫтерҙе, һәм уны Зәкәриәгә тапшырҙы. Һәр саҡ, Зәкәриә Мәрйәмдең михрабына ингән мәлдә, унда ризыҡ таба торған булды. Ул: «Эй, Мәрйәм, был һиңә ҡайҙан?» — тине. Мәрйәм: «Был Алланан»,— тине. Ысынлап та, Алла теләгән кешене хисапһыҙ ризыҡландыра! 38. Шул урында Зәкәриә үҙенең Раббыһына доға ҡылды: «Раббым! Миңә Үҙ тарафыңдан яҡшы нәҫел бир, Һин — доғаны ишетеүсе бит!» — тине. 39. Ул михрабта тороп намаҙ уҡығанда, уға фәрештәләр хәбәр итте: «Алла һине Яхъя менән һөйөнсөләй, ул — Алланың һүҙе хаҡ икәнен раҫлаусы, ул хужа, тыйнаҡ, һәм изгеләрҙән бәйғәмбәр!» — тинеләр. 40. Ул: «Раббым! Нисек инде минең улым булһын, үҙемә ҡартлыҡ килде һәм ҡатыным минең бала тапмай»,— тине. Ул: «Шулай! Алла теләгәнен эшләй», -- тип әйтте. 41. Ул: «Раббым, миңә аят булдыр!» — тине. Ул: «Һиңә аят шулдыр: һин өс көн кешеләр менән һөйләшмәҫһең, тик ым менән генә аңлашырһың. Үҙ Раббыңды күп иҫкә ал, һәм кис һәм иртә Уға тәсбих әйт»,— тине.

42. Һәм бына фәрештәләр әйтте: «Эй, Мәрйәм! Ысынлап та, Алла һине һайланы, һәм сафланы, һәм һине бөтә донъя ҡатындары алдында һайланы. 43. Эй, Мәрйәм, Раббың алдында тырышып ғибәҙәт ҡыл, сәждә ҡыл, рәкәғәт ҡылыусылар менән рәкәғәт ҡыл!»

44. Ошолар — ғәйеп нәмәләр тураһындағы хикәйәләрҙән, Беҙ уны һиңә үәхи ҡылабыҙ. Һин улар араһында булманың, улар ҡәләмдәрен ташлаған саҡта: кемдәре Мәрйәм тураһында ҡайғыртасаҡ. Һәм улар һүҙ көрәштергәндә лә һин булманың.

45. Бына фәрештәләр әйтте: «Йә, Мәрйәм, бына, Алла һине Үҙенең һүҙе тураһындағы хәбәр менән шатландыра, уның исеме Әл-Мәсих Ғайса Мәрйәм улы, донъяла һәм ахирәттә данлы, һәм [Аллаға] яҡынлаштырылғандарҙан.

46. Һәм ул бишектә лә һәм үҫеп ҙурайғас та кешеләр менән һөйләшер, һәм изгеләрҙән булыр».

47. Ул: «Раббым! Нисек инде минең балам булһын, миңә ир заты ҡағылманы бит!» — тине. Ул әйтте: «Шулай! Алла Үҙе теләгәнен барлыҡҡа килтерә. Ул берәй эште ҡылырға ҡарар итһә, «Бул!» — тип кенә әйтә — һәм ул була.

48. Ул уға китап һәм хикмәт өйрәтер, Әт-Тәүратты һәм Әл-Инжилде өйрәтер,

49. Һәм Исраил балаларына рәсүл итер: «Мин һеҙҙең Раббығыҙҙан аят менән килдем. Мин һеҙгә балсыҡтан ҡош һыны яһармын һәм уға өрөрмөн, ул Алланың рөхсәте менән ҡош булыр. Алланың рөхсәте менән һуҡырҙы, махау ауырыулыны һауыҡтырырмын һәм үлектәрҙе йәнләндерермен, мин һеҙгә нимә ашағанығыҙҙы һәм өйөгөҙҙә нимә һаҡлағанығыҙҙы хәбәр итермен. Ысынлап та, әгәр һеҙ иман килтергән булһағыҙ, ошонда — һеҙгә аят бар!

50. Һәм миңә ҡәҙәр Әт-Тәүратта иңдерелгәндәрҙең хаҡлығын раҫлау өсөн һәм һеҙгә харам ҡылынған нәмәләрҙең ҡайһы берҙәрен хәләл итеү өсөн. Һәм мин һеҙгә Раббығыҙҙан аят менән килдем. Алланан ҡурҡығыҙ һәм миңә буйһоноғоҙ.

51. Алла — минең Раббым һәм Раббығыҙ. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ: был — тура юл!»

52. Һәм Ғайса, уларҙың кафырлығын тойғас: «Алла өсөн кем минең ярҙамсыларым?» — тине. Хауариҙар әйтте: «Беҙ — Алланың ярҙамсылары, беҙ Аллаға иман килтерҙек, беҙҙең мосолман икәнлегебеҙгә шаһит бул.

53. Раббыбыҙ! Беҙ Һин иңдергәнгә иман килтерҙек һәм рәсүлгә эйәрҙек, беҙҙе шаһиттар менән бергә яҙ!»

54. Һәм улар мәкер ҡорҙо, Алла ла мәкер ҡорҙо, ә инде Алла — мәкер оҫтаһы.

55. Бына Алла әйтте: «Эй, Ғайса, мин уафат итәм һине һәм Үҙ яныма олғаштырам, һәм һине ҡиәмәт көнөнә тиклем кафырҙарҙан ҡотҡарам, һиңә эйәреүселәрҙе кафырҙарҙан юғары итәм. Шунан һуң ҡайтыуығыҙ Миңә булыр, һәм Мин һеҙҙең нимә тураһында ҡаршылашҡанығыҙҙы хөкөм итермен.

56. Иман килтермәгән кешеләрҙе донъяла һәм ахирәт көнөндә ҡаты ғазап менән ғазаплаясаҡмын, һәм уларға ярҙамсылар булмаҫ!» 57. Иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләргә Ул әжерҙәрен теүәл бирер: Алла залимдарҙы яратмай бит!

58. Беҙ һиңә аяттарҙан һәм хикмәтле иҫкә төшөрөүҙән ошоно уҡыйбыҙ.

59. Ысынлап та, Алла ҡаршыһында Ғайса Әҙәм кеүек: Ул уны тупраҡтан яратты, һуңынан уға: «Бул!» — тине, һәм ул булды. 60. Хәҡиҡәт — Раббыңдан. Шикләнеүселәрҙән булма!

61. Һиңә белем килгәндән һуң, һинең менән был турала һүҙ көрәштергән кешегә: «Килегеҙ, үҙ улдарыбыҙҙы һәм һеҙҙең улдарығыҙҙы, үҙ ҡатындарыбыҙҙы һәм һеҙҙең ҡатындарығыҙҙы, үҙебеҙҙе һәм һеҙҙе саҡырырбыҙ, шунан үтенербеҙ, һәм алдаҡсыларға Алланың ләғнәтен ебәрербеҙ!» — тип әйт.

62. Ысынлап та, был ҡисса хаҡ, һәм Алланан башҡа һис бер илаһ юҡ, һәм, ысынлап та, Ул — бөйөк, хикмәтле! 63. Әгәр улар йөҙ сөйөрһәләр, ул саҡта Алла боҙоҡлоҡ таратыусыларҙы белеп тора!

64. Әйт: «Эй һеҙ, китап әһелдәре! Беҙҙең менән һеҙҙең арала тигеҙ булған һүҙгә килегеҙ, Алланан башҡаға ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм һис бер нәмәне Аллаға тиңдәш тотмаҫҡа, бәғзеләребеҙ икенселәребеҙҙе Алланан башҡа раббылар тип алмаҫҡа. Әгәр улар йөҙ сөйөрһәләр: «Шаһит булығыҙ, беҙ — мосолмандар!» — тип әйтегеҙ!

65. Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына индерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

66. Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Алла белә!

67. Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин бирелгән [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

68. Ибраһимдың иң яҡын кешеләре, әлбиттә, был — бәйғәмбәр һәм уға эйәргән кешеләр. Ә Алла — иман килтергән кешеләрҙең дуҫы.

69. Китап әһелдәренең бер төркөмө һеҙҙе юлдан яҙҙырырға теләй. Ләкин улар тик үҙ-үҙҙәрен юлдан тайҙыра һәм быны белмәй.

70. Эй һеҙ, китап әһелдәре! Алланың аяттарына шаһит булып та, ни өсөн уларға ышанмайһығыҙ?

71. Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн һеҙ хәҡиҡәтте ялған менән ҡаплайһығыҙ һәм хәҡиҡәтте йәшерәһегеҙ, үҙегеҙ белә тороп та?»

72. Китап әһелдәренең бер төркөмө әйтә: «Иман килтергән кешеләргә иңдерелгән нәмәгә иртән иман килтерегеҙ ҙә, кис инҡар ҡылығыҙ, ихтимал, улар ҙа кире ҡайтыр.

73. Һәм һеҙҙең динегеҙгә эйәргәндән башҡа һис бер кемгә ышанмағыҙ». «Ысынлап та, тура юлбашсылыҡ — Алла юлбашсылығы [дине] генә,— һеҙгә бирелгән шикелле кемгәлер бирелгән нәмәлә»,— тип әйт. Әллә улар Раббығыҙ ҡаршыһында һеҙҙең менән һүҙ көрәштерерҙәрме? «Ысынлап та, рәхмәт Алла ҡулында: Ул уны теләгән бәндәһенә бирә»,— тип әйт. Ысынлап та, Алла бар нәмәне биләүсе, белеүсе! 74. Ул Үҙенең рәхимлеге менән кемде теләһә — шуны һайлай. Ә Алла — бөйөк рәхмәт эйәһе!

75. Китап әһелдәре араһында шундайҙар бар: һин уларға ҡинтар бирһәң, улар һиңә ҡайтара, һәм барҙыр шундайҙар, әгәр уларға динар бирһәң, һәм улар өҫтөндә һәр уаҡыт тормаһаң, улар ҡайтармай. Был шунлыҡтан: улар «Беҙгә наҙандар менән юл юҡ»,— тиҙәр. Улар Алла өҫтөнән ялған һөйләйҙәр, үҙҙәре белә тороп.

76. Эйе, кем үҙенең килешеүен дөрөҫ үтәһә, һәм тәҡүәле булһа... Ысынлап та, Алла Үҙенән ҡурҡҡандарҙы ярата!

77. Ысынлап та, Алла менән килешеүҙәренә һәм үҙҙәренең анттарына аҙ хаҡ алыусылар — уларға ахирәт көнөндә өлөш булмаҫ, һәм Алла улар менән һөйләшмәҫ, һәм ҡиәмәт көнөндә уларға ҡарамаҫ, һәм уларҙы сафламаҫ; һәм уларға — әрнеткес ғазап!

78. Улар араһында шундайҙар бар: гәрсә ул китап булмаһа ла, һеҙ уны китап тип иҫәпләһен өсөн, үҙҙәренең телдәре менән китапты боҙалар, һәм: «Был — Алланан!» — тиҙәр. Әммә ул Алланан тугел, һәм белә тороп Алла өҫтөнән ялған һөйләйҙәр!

79. Кешегә Алла китап, хикмәт һәм бәйғәмбәрлек биргәс, унан һуң уның кешеләргә: «Алла урынына миңә ҡол булығыҙ, әммә китапты өйрәткән өсөн һәм уны өйрәнгән өсөн раббаниҙар булығыҙ!» — тип әйтеүе тейешле түгел.

80. Һәм Ул фәрештәләрҙе һәм бәйғәмбәрҙәрҙе раббылар итеп алырға бойормаҫ. Ул һеҙ мосолман булғандан һуң кафыр булырға ҡушмаҫ бит? 81. Һәм бына Алла бәйғәмбәрҙәрҙән килешеү алды: «Бына Минең һеҙгә китаптан һәм хикмәттән биргәнем... Һуңынан һеҙгә, һеҙҙә булғандың хаҡлығын раҫлау өсөн, рәсүл килер, һеҙ уға, әлбиттә, иман килтерерһегеҙ һәм ярҙам итерһегеҙ». Ул: «Раҫлайһығыҙмы һеҙ һәм ҡабул итәһегеҙме ошо шарт менән минең йөкләмәне?» — тине. Улар: «Беҙ раҫлайбыҙ!»—тинеләр. Ул: «Шаһит булығыҙ, Мин дә һеҙҙең менән шаһит булыусыларҙан»,— тине.

82. Кем бынан һуң йөҙ сөйөрһә, ул — боҙоҡ.

83. Улар Алла диненән башҡа дингә ынтылалармы икән ни, күктәгеләр һәм Ерҙәгеләр, ирекле һәм ирекһеҙ рәүештә Уға бирелгәндән һуң, һәм һеҙ Уға ҡайтарыласаҡ саҡта?

84. Беҙ Аллаға, һәм беҙгә иңдерелгән, һәм Ибраһимға, һәм Исмәғилгә, һәм Исхаҡҡа, һәм Яҡупҡа, һәм быуындарға иңдерелгәнгә; һәм Мусаға, һәм Ғайсаға һәм бәйғәмбәрҙәргә Раббыларынан бирелгәнгә иман килтерҙек. Беҙ улар араһында береһен дә айырмайбыҙ һәм беҙ Уға биреләбеҙ»,— тип әйт.

85. Әгәр бер кеше Исламдан башҡаны дин тип эҙләһә, унан ҡабул ителмәҫ, һәм ул ахирәттә отолоусыларҙан булыр.

86. Иман килтергәндән һуң, рәсүлде хаҡ тип шаһитлыҡ ҡылғандан һуң, һәм уларға асыҡ аяттар килгәндән һуң кафырға әйләнгән кешеләрҙе Алла нисек тура юлдан алып барыр? Алла залимдарҙы тура юлдан алып бармай!

87. Быларға яза — Алланың һәм фәрештәләрҙең һәм кешеләрҙең — барыһының да ләғнәте!

88. Улар ул язала мәңге ҡалыр,— уларға ғазап еңеләйтелмәҫ тә һәм кисектерелмәҫ тә,—

89. бынан һуң, тәүбә итеп, изге ғәмәл ҡылғандарҙан башҡалар. Ысынлап та, Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!

90. Ысынлап та, иман килтергәндән һуң кафыр булып, кафырлыҡтарында көсәйгән кешеләрҙән тәүбә ҡабул ителмәҫ. Ысынлап та, улар — аҙашҡан кешеләр!

91. Иман килтермәйенсә кафыр булып үлгән кешеләр, әгәр улар үҙҙәрен ҡотҡарыу өсөн фидйә түләргә теләһәләр ҙә, береһенән дә Ер тулы алтын да ҡабул ителмәҫ. Уларға — интектергес ғазап, һәм уларға ярҙамсы юҡ!

92. Үҙегеҙ яратҡан нәмәне сарыф итмәйенсә тороп, һеҙ изгелеккә ирешмәҫһегеҙ. Ә һеҙ нимә генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул турала Алла белә.

93. Әт-Тәүрат иңдерелмәҫтән элек Исраил үҙ-үҙенә тыйғандан башҡа, һәр ашамлыҡ та Исраил улдарына хәләл ителгәйне. «Әт-Тәүратты килтерегеҙ һәм уҡығыҙ, әгәр һеҙ хаҡ һөйләһәгеҙ»,— тип әйт.

94. Бының һуңында Аллаға яла яҡҡан кеше — залим!

95. Әйт: «Алла хаҡ һүҙ һөйләй! Ибраһим хәнифтең диненә эйәрегеҙ,— ул күп илаһҡа табыныусы булманы бит!

96. Ысынлап та, кешеләр өсөн һалынған Бәккәләге беренсе өй — мөбәрәк һәм ғәләмдәргә юл күрһәтеүсе!

97. Унда кешеләргә асыҡ аяттар — Ибраһим урыны, һәм унда ингән кеше имен булды. Ә Алла ҡаршыһында кешеләргә өйгә хаж ҡылыу йөкмәтелгән, юлға көсө еткәндәргә. Әммә әгәр берәү кафыр булһа... Ысынлап та, Алла бай, ғәләмдәрҙән юғары!»

98. «Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ниңә һеҙ Алланың аяттарына көфөр ҡылаһығыҙ? Ә Алла һеҙ эшләгән нәмәләргә шаһит бит!» — тип әйт.

99. «Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн һеҙ Алла юлынан, уны боҙорға теләп, иман килтергән кешеләрҙе ситкә бораһығыҙ, ә һеҙ — шаһиттар бит? Ысынлап та, Алла һеҙ ҡылған эштәргә иғтибарһыҙ түгел»,— тип әйт.

100. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр һеҙ китап бирелгән кешеләрҙән бер төркөмгә баш эйһәгеҙ, улар һеҙҙе иман килтергәндән һуң яңынан кафырлыҡҡа ҡайтарыр.

101. Һеҙгә Алланың аяттары уҡылғанда һәм һеҙҙең арағыҙҙа Алланың рәсүле булғанда, нисек инде һеҙ иман килтермәйһегеҙ? Кем Аллаға тотонһа, ысынында ул тура юлға күндерелде инде.

102. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Тейешле ҡурҡыу менән Алланан ҡурҡығыҙ, һәм фәҡәт мосолман булған хәлдә генә уафат булығыҙ!

103. Барығыҙ ҙа Алланың ебенә тотоноғоҙ, айырылмағыҙ, һеҙ бер-берегеҙгә дошман булған саҡтағы Алланың һеҙгә ниғмәтен иҫкә алығыҙ, Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе яҡынайтты, һеҙ Алланың ниғмәте менән ҡәрҙәштәр булдығыҙ. Һеҙ ут упҡыны ҡырында инегеҙ, Ул һеҙҙе унан ҡотҡарҙы. Бына шулай аңлата һеҙгә Алла Үҙенең аяттарын — моғайын, һеҙ тура юлдан китерһегеҙ! — 104. һәм һеҙҙән изгелеккә саҡыра торған, хупланған эшкә өндәй, яраҡһыҙҙан тыя торған өммәт булһын, былар — бәхетлеләр!

105. Асыҡ аяттар килгәндән һуң айырылышҡан һәм ҡапма-ҡаршыны һөйләгән кешеләр шикелле булмағыҙ, уларға бөйөк ғазап булыр

106. йоҙҙәр ағарған һәм йөҙҙәр ҡарайған көндә. Йөҙҙәре ҡарайғандар... «Иман килтергәндән һуң һеҙ кафыр булдығыҙмы ни? Кафыр булғанығыҙ өсөн ғазапты татығыҙ инде!»

107. Ә йөҙҙәре ағарғандар... Мәңге Алланың рәхмәтендә ҡалыр!

108. Ошолар — Алланың аяттары; Беҙ уны һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ. Ысынлап та, Алла ғәләмдәргә золом теләмәй!

109. Күктәрҙә булған нәмәләр ҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр ҙә Алланыҡы; һәм барлыҡ эштәр ҙә Уға ҡайта!

110. Кешеләр алдына сығарылған өммәттәрҙең иң яҡшыһы булдығыҙ: һәм хупланған эшкә ҡуштығыҙ, яраҡһыҙ эштән тыйҙығыҙ, һәм Аллаға иман килтерҙегеҙ. Әгәр китап әһелдәре лә иман килтерһә, уларға яҡшыраҡ булыр ине. Улар араһында иман килтергәндәр ҙә бар, әммә уларҙың күберәге — боҙоҡ кешеләр.

111. Интектереүҙән башҡа уларҙың һеҙгә зарарҙары булмаҫ, әгәр улар һеҙҙең менән һуғыш башлаһа, улар арттарына әйләнер. Бынан һуң уларға ярҙам булмаҫ.

112. Улар ҡайҙа ғына булһалар ҙа кәмһетелеүгә дусар ителгәндәр, тик Алла ебенә һәм кешеләр ебенә генә тотонмаһалар инде. Улар Алланың асыуына эләкте, улар меҫкенлеккә дусар ителде. Был уларға Алланың аяттарын инҡар иткәндәре өсөн һәм нахаҡҡа бәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәре өсөн. Һәм был уларға буйһонмағандары өсөн, һәм енәйәт ҡылғандары өсөн! 113. Улар бер төрлө түгел — китап әһелдәре араһында сыҙамлы өммәт тә бар: улар Алланың аяттарын төнгө сәғәттәрҙә уҡый һәм сәждә ҡыла. 114. Улар Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтерә, хупланған эшкә ҡушалар, яраҡһыҙ эштән тыялар, бер-береһе алдында хәйерле эштәр эшләүҙә ашығалар, улар — изге!

115. Ниндәй генә хәйерле эш эшләһәгеҙ ҙә, һис ҡайҙа уны һеҙҙән инҡар итә алмаҫтар. Ысынлап та, Алла тәҡүәлеләрҙе белә! 116. Ысынлап та, иман килтермәгән кешеләрҙе уларҙың малдары ла һәм балалары ла Алла ҡаршыһында һис нәмәнән ҡотҡармаҫ! Былар — ут әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр!

117. Уларҙың ошо донъяла сарыф иткән нәмәләре эсендә һыуыҡ булған өйөрмәгә оҡшай: ул өйөрмә үҙ-үҙҙәренә золом ҡылған халыҡтарҙың игенлектәрен һуҡҡан һәм һәләк иткән. Ысынлап та, Алла уларҙы йәберләмәгән, улар үҙ-үҙҙәрен йәберләй.

118. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙегеҙҙән башҡаларҙы яҡын дуҫ итмәгеҙ! Улар һеҙгә зыян яһарға ғына торор, улар һеҙҙең бәләгә төшөүегеҙҙе теләр. Уларҙың нәфрәттәре ауыҙҙарынан асыҡ булды, ә күңелдәрендә йәшерен нәмә тағы ла ҙурыраҡ. Беҙ һеҙгә аяттарҙы аңлаттыҡ инде, әгәр һеҙ уйлап ҡараһағыҙ!

119. Бына һеҙ уларҙы яратаһығыҙ, ә улар һеҙҙе яратмай. Һеҙ китаптың бөтәһенә лә иман килтерәһегеҙ, һәм улар һеҙгә осрағанда: «Беҙ иман килтерҙек!» — тиҙәр. Үҙҙәре генә ҡалғанда һеҙгә асыуҙарынан бармаҡтарын тешләйҙәр. «Асыуығыҙҙан үлегеҙ! Ысынлап та, Алла күңелдәрҙә булғанды белә»,— тип әйт.

120. Әгәр һеҙгә яҡшылыҡ килһә, был уларҙы ҡайғырта; әгәр һеҙ насарлыҡҡа дусар булһағыҙ, улар шатлана. Әгәр сабыр итһәгеҙ һәм Алланан ҡурҡһағыҙ, уларҙың хәйлә-мәкерҙәре һеҙгә һис нәмәлә зарар итә алмаҫ. Ысынлап та, Алла уларҙың эшләгән эштәрен айҡай!

121. Бына һин иртә менән, иман килтергән кешеләрҙе һуғышҡа сафтарға теҙеү өсөн, ғаиләңдән сығып киттең, ә Алла ишетә, белә!

122. Бына һеҙҙән ике төркөм ҡаушарға уйланы, ә Алла — уларға ярҙамсы: иман килтергән кешеләр Аллаға тәүәккәлләһендәр!

123. Бәдәрҙә, һеҙ хурлыҡҡа ҡалған саҡта, Алла һеҙгә ярҙам итте бит. Алланан ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ шөкөр итеүселәрҙән булырһығыҙ!

124. Бына һин иман килтергән кешеләргә: «Алланың һеҙгә Күктән иңдерелгән өс мең фәрештә менән ярҙам итеүе һеҙгә етмәйме ни?» — тип әйтәһең.

125. Эйе, әгәр һеҙ сабырлы һәм тәҡүәле булһағыҙ һәм улар һеҙгә ашҡынып килһәләр,— ул уаҡытта Раббығыҙ һеҙгә биш мең билдәләнгән фәрештә менән ярҙам итер.

126. Алла быны һеҙгә, һеҙҙең күңелдәрегеҙ тынысланһын өсөн, һөйөнсө итеп кенә әйтте. Ярҙам тик бөйөк, хикмәтле Алланан ғына,

127. иман килтермәгән кешеләрҙең берәй ағзаһын ҡырҡып ташлау йәки, теләктәренә ирешмәйенсә, кире артҡа китерлек итеп ҡыйратыу өсөн.

128. Һиңә был эштә бер нәмә лә юҡ: уларҙы кисерерме Ул йәки уларҙы ғазаплармы. Ысынлап та, улар — залим! 129. Күктәрҙә булған нәмәләр ҙә, Ерҙә булған нәмәләр ҙә Алланыҡы. Ул теләгән кешене ғәфү итә, теләгән кешене ғазаплай. Алла — ярлыҡаусы, рәхимле!

130. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡат-ҡат арттырылған риба ашамағыҙ, һәм Алланан ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ! 131. Һәм кафырҙарға әҙерләгән уттан һаҡланығыҙ,

132. Аллаға һәм рәсүлгә буйһоноғоҙ — моғайын, һеҙ рәхмәт алыусыларҙан булырһығыҙ!

133. Үҙегеҙҙең Раббығыҙҙың ярлыҡауына һәм ожмахҡа ашығығыҙ, уның киңлеге — күктәр һәм Ер ҡәҙәр, ул тәҡүәлеләргә әҙерләнгән,—

134. шатлыҡта ла, ҡайғыла ла малдарын сарыф итеүселәргә, асыуҙарын тыйыусыларға һәм кешеләрҙе ғәфү итеүселәргә. Ысынлап та, Алла изгелек эшләгән кешеләрҙе ярата!

135. Боҙоҡ эштәр эшләгән йәки үҙ-үҙҙәрен йәберләгән кешеләр Алланы иҫкә алдылар һәм гонаһтарын ярлыҡауҙы һоранылар,— ә гонаһтарҙы Алланан башҡа кем ғәфү итә? — һәм белгән хәлдә ҡылған эштәрендә үкенмәй торманылар,—

136. быларҙың язаһы — уларҙың Раббыһынан ярлыҡау һәм аҫтында йылғалар ағып торған баҡса лар,— улар унда мәңге ҡалырҙар. Ниндәй ниғмәтле эшләгән кешеләрҙең әжере!

137. Әлбиттә, үрнәк булырлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәр һеҙгә ҡәҙәр үтте инде; Ер йөҙөндә йөрөгөҙ һәм ялғанға һанаусыларҙың яҙмыштары нисек булғанын күрегеҙ!

138. Был — кешеләргә аңлатыу һәм ҡулланма, һәм тәҡүәле кешеләргә үәғәз!

139. Хәлһерәмәгеҙ һәм көйөнмәгеҙ, әгәр һеҙ иман килтергән булһағыҙ, һеҙ бит юғары тораһығыҙ!

140. Әгәр һеҙ йәрәхәт алһағыҙ, шундай уҡ йәрәхәтте теге халыҡ та алғайны бит. Иман килтергән кешеләрҙе Алла белһен өсөн һәм һеҙҙең арағыҙҙан ҡайһыларығыҙҙы шаһит итеп алһын өсөн, ул көндәрҙе Беҙ сиратлап алмаштырабыҙ — ысынлап та, Алла залимдарҙы яратмай! —

141. иман килтергән кешеләрҙе Алла сафландырһын өсөн һәм кафырҙарҙы һәләк ҡылған өсөн.

142. Әллә арағыҙҙан бөтә көсөн биреп тырышҡан һәм сабыр иткән кешеләрҙе Алла белмәҫ борон ожмахҡа инербеҙ тип уйланығыҙмы һеҙ? 143. Һеҙ үлемде осратмаҫ борон теләнегеҙ. Һеҙ уны ҡараған сағығыҙҙа уҡ күрҙегеҙ!

144. Мөхәммәт фәҡәт рәсүл генә, уға тиклем дә рәсүлдәр булды. Әгәр ул үлһә йәки үлтерелһә, һеҙ, [имандар] кире боролорһоғоҙмы? Әгәр бер кеше артына әйләнһә, ул Аллаға бер нисек тә зарар итә алмаҫ. Шөкөр иткәндәргә Алла әжерен тиҙ бирә!

145. Һәр йән Алланың рөхсәте менән китапта яҙылғанса билдәле бер уаҡытта ғына үлә. Берәү донъя сауабын теләһә, бирербеҙ уға; берәү ахирәт сауабын теләй икән, уға ла бирербеҙ,— шөкөр иткәндәргә әжерҙәрен бирербеҙ!

146. Күпме бәйғәмбәрҙәр, улар менән [мөьминдәрҙән] бик күп төркөмдәр һуғышты, һәм улар Алла юлында тарығандарҙан хәлһеҙләнмәнеләр, һәм буйһонманылар,— ә Алла сабырлы кешеләрҙе ярата!

147. Уларҙың һүҙҙәре фәҡәт: «Раббыбыҙ, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа һәм эшебеҙҙә сиктән сығыуыбыҙҙы кисер, аяҡтарыбыҙҙы нығыт, кафырҙарға ҡаршы беҙгә ярҙам бир»,— булды.

148. Алла уларға донъяның сауабын һәм ахирәттең гүзәл сауабын бирҙе. Алла изге эш эшләгәндәрҙе ярата!

149. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр һеҙ кафырҙарға буйһонһағыҙ, улар һеҙҙе артҡа әйләндерер һәм һеҙ отолоусыларҙан булырһығыҙ!

150. Эйе! Алла һеҙҙең ҡурсалаусығыҙ һәм Ул — ярҙамсыларҙың иң яҡшыһы!

151. Беҙ кафырҙарҙың йөрәктәренә, Аллаға тиңдәш тотҡандары өсөн,— ә Ул уға [тиңдәштәргә] бер ниндәй ҙә хакимиәт иңдермәне — ҡурҡыу һаласаҡбыҙ. Уларҙың йәшеренер урындары — ут. Ниндәй яман урын ул залимдарҙың тороу урыны!

152. Алланың рөхсәте менән һеҙ уларҙы ҡырып бөтөргәс, Алла һеҙгә Үҙенең үәғәҙәһен раҫланы. Ә һеҙ, ҡаушап ҡалып һәм эш [һуғыш] тураһында һүҙ көрәштереп, Ул һеҙгә нимә яратҡанығыҙҙы күрһәткәндән һуң һеҙ ҡарышҡас, һеҙҙең арағыҙҙа был донъяны теләүселәр һәм ахирәтте теләүселәр ҙә булды. Шунан һуң Ул һеҙҙе һынау өсөн уларҙан ситкә борҙо, һәм Ул һеҙҙе кисерҙе. Алла иман килтергән кешеләр өсөн йомартлыҡ эйәһе!

153. Бына һеҙ тауға ҡастығыҙ һәм бер кемгә лә әйләнеп ҡараманығыҙ, ә рәсүл һеҙҙе һуңғы төркөмдәрегеҙҙә саҡырҙы. Һәм Ул, һеҙ үҙегеҙ тарығандар һәм һеҙгә теймәй үткәндәргә көймәһен өсөн, әжерҙе һеҙгә ҡайғығыҙ өсөн ҡайғы менән түләне. Алла һеҙ ҡылған эштәрҙә хәбәрҙар!

154. Унан, ҡайғынан һуң, Ул һеҙгә йоҡо аша тыныслыҡ бирҙе, ул йоҡо бер төркөмөгөҙҙө ҡапланы, ә икенсе төркөмдөң күңелдәрен борсоно: улар Алла тураһында йәһилиәт фекере менән хаҡһыҙ уй уйланылар, һәм: «Беҙгә был эштән берәй нәмә бармы ни?» — тип һөйләнделәр. «Барлыҡ эш Алланыҡы»,— тип әйт. Улар үҙҙәренең күңелдәрендә һиңә асмаған нәмәне йәшерәләр. Улар: «Әгәр был эштән беҙгә берәй нәмә булһа, беҙ был урында үлтерелмәҫ инек»,— тиҙәр. «Әгәр өйҙәрегеҙҙә кемгә лә булһа үлем яҙылған булһа, һеҙ, әлбиттә, үҙегеҙ йығыла торған урынға сыҡҡан булыр инегеҙ... Һәм Алла һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә булғанды һынау өсөн һәм һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙә булғанды сафландырыу өсөн»,— тип әйт. Ысынлап та, Алла күңелдә булған нәмәләрҙе белә!

155. Ысынлап та, һеҙҙең арағыҙҙан ике төркөм осрашҡан көндә йөҙ дүндергәндәр,— уларҙы үҙҙәре ҡаҙанғандан нимәлер менән шайтан абындырҙы. Алла уларҙы ғәфү итте инде — Алла, ысынлап та, ғәфү итеүсе, баҫынҡы!

156. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙ — иман килтермәгән һәм үҙҙәренең ҡәрҙәштәре ерҙә юлға сыҡҡанда йәки һуғышта булғанда,— быны Алла уларҙың күңелдәрендә ҡайғы итһен өсөн,— «Улар беҙҙең менән булһа, үлмәҫтәр ине һәм үлтерелмәҫтәр ине»,— тигәндәр кеүек булмағыҙ. Ысынлап та, Алла терелтә һәм үлтерә. Һәм Алла һеҙ эшләгән эштәрҙе күреп тора!

157. Әгәр һеҙ Алла юлында үлтерелһәгеҙ йәки үлһәгеҙ, ул саҡта Алланан ғәфү һәм рәхмәт — улар йыйғандан яҡшыраҡ. 158. Әгәр үлһәғеҙ йәки үлтерелһәгеҙ, Алла ҡаршыһына йыйыласаҡһығыҙ!

159. Алланың рәхмәте менән һин уларға йомшаҡлыҡ ҡылдың, әгәр һин тупаҫ, ҡаты бәғерле булһаң, улар һинең эргәңдән таралыр ине. Уларҙы кисер, уларҙы ярлыҡауҙы һора, эштә улар менән кәңәш ит, әгәр берәй эш эшләргә ҡарар итһәң, Аллаға тәүәккәллә. Алла, ысынлап та, тәүәккәлләгәндәрҙе ярата!

160. Әгәр Алла ярҙам бирһә, һеҙҙе еңеүсе булмаҫ, ә әгәр Ул ташлаһа, Унан һуң һеҙгә кем ярҙам бирер? Иман килтергән кешеләр Аллаға тәүәккәлләһен!

161. Бәйғәмбәргә алдарға ярамай. Бер кеше алдаһа, ҡиәмәт көнөндә шул алдаған нәмәһе менән килер. Унан һуң һәр бер йәнгә үҙе ҡаҙанған нәмәһе теүәл бирелер, улар һис тә йәберләнмәҫ.

162. Алланың ризалығына эйәргән кеше Алланың асыуына дусар булған кеше шикелле булырмы? Уның һыйына торған урыны — йәһәннәм, ниндәй яман бит был ҡайтыу!

163. Уларға Алла ҡаршыһында дәрәжәләр бар, һәм Алла уларҙың нимә эшләгәнлектәрен күрә.

164. Иман килтергән кешеләргә, үҙҙәре араһынан рәсүл булдырып, Алла уларға рәхимлелек күрһәтте: ул уларға Алланың аяттарын уҡый, уларҙы сафландыра, һәм уларға китап һәм хикмәт өйрәтә, гәрсә улар элек асыҡтан-асыҡ аҙашҡан булһалар ҙа.

165. Һеҙгә бәлә-ҡаза килгәндән һуң — ә һеҙ уның шикеллене икеләтә килтерҙегеҙ,— «Ҡайҙан был?» — тип әйттегеҙме һуң? «Был — һеҙҙең үҙегеҙҙән»,— тип әйт. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!

166. Ике төркөм бер-береһе менән осрашҡанда, һеҙ тарыған нәмә Алланың рөхсәте менән, һәм иман килтергән кешеләрҙе Уның белеүе өсөн ине,

167. һәм ике йөҙлөләрҙе белеүе өсөн ине. Һәм уларға: «Килегеҙ, Алла юлында һуғышығыҙ йәки ҡыуып ебәрегеҙ!»— тип әйтелгәйне. Улар: «Әгәр һуғышты белгән булһаҡ, һеҙҙең арттан эйәрер инек»,— тинеләр. Улар ул көндө иманға ҡарағанда кафырлыҡҡа яҡыныраҡ инеләр. Улар ауыҙҙары менән күңелдәрендә булмаған нәмәне әйтәләр, әммә Алла улар нимә йәшергәнде яҡшыраҡ белә!

168. Үҙҙәре һуғышҡа бармай ҡалып, ҡәрҙәштәре тураһында: «Беҙҙе тыңлаған булһалар, улар үлтерелмәҫ ине...» — тигән кешеләргә: «Әгәр һеҙ хаҡ һөйләһәгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙән үлемде йыраҡлатығыҙ»,— тип әйт.

169. Алла юлында үлгәндәрҙе һеҙ һис үлек тип иҫәпләмәгеҙ. Юҡ, улар тере! Улар Раббылары ҡаршыһында ризыҡланалар,

170. уларға Алла Үҙенең рәхмәтенән биргәнгә шатланып һәм уларға эйәреп, әлегә үҙҙәренә ҡушылмаған кешеләр тураһында ҡыуаналар, өҫтәрендә хәүеф булмағанға һәм көймәйәсәктәренә!

171. Улар Алланың ниғмәте һәм йомартлығы өсөн ҡыуаналар, һәм Алла иман килтергән кешеләрҙең әжерен юҡҡа сығармаясағы тураһында.

172. Йәрәхәтләнгәндән һуң Аллаға һәм рәсүлгә яуап биреүселәр. Уларҙан изге эштәр эшләп, Алланан ҡурҡҡандарға — ҙур әжер!

173. Уларға кешеләр: «Бына, кешеләр һеҙгә ҡаршы йыйылды, уларҙан ҡурҡығыҙ!»— тинеләр, ләкин был уларҙа иманды ғына арттырҙы. Улар: «Беҙгә Алла етер, Ул яҡшы үәкил!» — тинеләр.

174. Улар Алланың ниғмәте һәм йомартлығы менән ҡайтты, уларға һис бер яманлыҡ булманы, һәм улар Алланың ризалығына эйәрҙеләр. Ысынлап та, Алла — йомартлыҡ эйәһе!

175. Тик шайтан ғына үҙ дуҫтарын ҡурҡыныс итә. Әгәр иман килтергән булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, Минән ҡурҡығыҙ!

176. Кафырлыҡҡа ашығыусылар һине көйөндөрмәһен: сөнки улар Аллаға һис нәмәлә зарар килтерә алмайҙар, ахирәт көнөндә Алла уларға өлөш бирмәҫкә теләй, һәм уларға— бөйөк ғазап!

177. Ысынлап та, иман бәрәбәренә кафырлыҡты һатып алған кешеләр Аллаға һис бер нәмәлә зарар итмәҫ, уларға — интектергес ғазап! 178. Иман килтермәгән кешеләр, Беҙҙең уларға һуңлатыуыбыҙҙы уларҙың үҙҙәренә яҡшылыҡҡа тип уйламаһындар. Беҙ бит уларға гонаһтарында көсәйһендәр өсөн генә кисектерәбеҙ. Уларға — хурлыҡлы ғазап!

179. Алла, шаҡшыны таҙанан Үҙе айырғанға тиклем, иман килтергән кешеләрҙе һеҙҙең хәлегеҙҙә ҡалдыра торғандарҙан түгел. Алла һеҙҙе йәшерен, нәмәләр менән таныштырмай, ләкин Алла үҙенең рәсүлдәренән теләгәнен һайлай. Аллаға һәм Уның рәсулдәренә иман килтерегеҙ, әгәр иман килтерһәгеҙ һәм тәҡүәле булһағыҙ, һеҙгә — бөйөк әжер!

180. Уларға Алла биргән рәхмәттән бөхилләнеүселәр был үҙҙәре өсөн яҡшы, тип уйламаһын. Юҡ, был уларға насарыраҡ! Бөхиллек ҡылған нәмәләре ҡиәмәт көнөндә уларға муйынсаҡ итеп кейҙерелер; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Аллаға мираҫ; һәм Алла һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар!

181. «Алла фәҡир, беҙ бай бит»,— тигән кешеләрҙең һүҙен Алла ишетте. Беҙ улар әйткәнде лә яҙырбыҙ һәм уларҙың нахаҡҡа бәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәрен дә. Һәм: «Әйҙә, татығыҙ ут ғазабын!»— тип әйтербеҙ.

182. Был — һеҙгә ҡулдарығыҙ эшләгән эш өсөн. Һәм Алла Үҙенең ҡолдарына залим булмағанлыҡтан.

183. «Беҙгә рәсүл ут ашаясаҡ ҡорбан менән килгәнгә ҡәҙәр Алла беҙгә рәсүлгә ышанмаҫҡа ҡушты»,— тип әйтеүсе ҡайһы берәүҙәргә: «Минән алда һеҙгә асыҡ аңлатмалар менән һәм һеҙ әйткән нәмә менән рәсүлдәр килде бит, әгәр һеҙ дөрөҫ һөйләгән булһағыҙ, ниңә һуң уларҙы үлтерҙегеҙ?» — тип әйт.

184. Әгәр улар һине алдаҡсыға иҫәпләһә, асыҡ аңлатмалар, яҙыуҙар һәм нур һибеүсе китап менән һиңә ҡәҙәр килгән рәсүлдәр ҙә алдаҡсыға һаналды бит.

185. Һәр йән эйәһе үлем татый, һәм ҡиәмәт көнөндә әжерҙәрегеҙ һеҙгә теүәл бирелер. Берәү, уттан алыҫлаштырылып, ожмахҡа индерелһә, ул кеше уңышҡа иреште. Ә был донъя — алдауҙан файҙаланыу ғына.

186. Һеҙ үҙегеҙҙең малдарығыҙ менән дә, үҙегеҙ менән дә һыналырһығыҙ, һеҙгә тиклем китап бирелгәндәрҙән, һәм күп илаһҡа табыныусыларҙан күп рәнйеткес һүҙ ишетерһегеҙ. Әгәр сабыр итһәгеҙ һәм Алланан ҡурҡһағыҙ, ысынлап та, был — эштә ныҡ тороуҙан.

187. Һәм бына Алла китап бирелгәндәрҙән: «Һеҙ уны кешеләргә аңлатырһығыҙ һәм йәшермәҫһегеҙ»,— тип килешеү алды, улар уны артҡа ташланы һәм уның бәрәбәренә аҙ хаҡ алдылар. Ямандыр уларҙың һатып алған нәмәләре!

188. Эшләгән эштәренә шатланған һәм эшләмәгән эштәренә маҡталырға яраткан кешеләр уйламаһын, һәм һин дә уйлама уларҙы ғазаптан ҡотолған тип. Ысынлап та, уларға интектергес ғазап!

189. Күктәр һәм Ер батшалығы Алланыҡы! Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!

190. Ысынлап та, күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүҙә лә, төн менән көндөң алмашыныуында ла аҡылдары булғандарға аяттар бар,—

191. аяҡ өҫтөндә, ултырғанда һәм ятҡанда Алланы иҫкә алыусы, күктәрҙең һәм Ерҙең яратылыуын уйлап: «Раббыбыҙ, Һин быларҙы бушҡа ғына бар ҡылманың бит. Данлайбыҙ Һине! Беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!» — тиеүселәргә.

192. «Раббыбыҙ! Һин кемде утҡа индерһәң, Һин уны хур ҡылдың инде. Залимдар өсөн ярҙамсылар юҡ!

193. Раббыбыҙ! Беҙ: «Раббығыҙға иман килтерегеҙ!»— тип иманға саҡырыусыны ишеттек һәм иман килтерҙек. Раббыбыҙ! Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисер, беҙҙе боҙоҡ эштәребеҙҙән таҙарт һәм изге кешеләр менән бергә мәрхүм ит!

194. Раббыбыҙ! Үҙ рәсүлдәрең аша үәғәҙә иткәнеңде беҙгә бир, ҡиәмәт көнөндә беҙҙе хур итмә! Һин үәғәҙәңде боҙмайһың бит!» — тиеүселәргә.

195. Раббылары уларға яуап бирҙе: «Мин, ирҙәрҙән булһын, ҡатын-ҡыҙҙарҙан булһын, берәүҙең дә ҡылған ғәмәлен һәләк итмәм, һеҙҙең берегеҙ — икенсегеҙҙән! Ә күсеп киткәндәргә йәки үҙҙәренең йорттарынан ҡыуылып киткәндәргә, һәм Минең юлымда яфаға тарығандарға, һәм һуғышҡандарға, һәм үлтерелгәндәргә,— Мин уларҙы боҙоҡ эштәренән таҙартырмын, һәм аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсаларына индерермен,— Алланан сауап итеп, ә сауаптың яҡшыһы — Алла ҡаршыһында!»

196. Кафыр булғандарҙың илдәге тапҡырлыҡтары һине алдамаһын:

197. ул аҙ ғына файҙаланыу, ә унан һуң уларҙың йәшеренә торған урындары — йәһәннәм. Ниндәй яман урын бит был!

198. Ләкин үҙҙәренең Раббыһынан ҡурҡҡандарға — аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары,— улар унда, Алла ҡаршыһында, мәңге ҡалыр. Алла ҡаршыһындағы нәмә изге эштәр эшләгән кешеләр өсөн хәйерле!

199. Ысынлап та, китап әһелдәре араһында, Аллаға буйһоноп, Аллаға, һәм һеҙгә, һәм үҙҙәренә иңдерелгәнгә иман килтереүселәр бар; улар Алланың аяттары бәрәбәренә аҙ хаҡ алмайҙар. Быларға — Раббыларынан әжер. Ысынлап та, Алла хисапта етеҙ бит!

200. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сабыр итегеҙ һәм сыҙамлы булығыҙ, ныҡ булығыҙ һәм Алланан ҡурҡығыҙ — моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!