Jump to content

Әйлеләр тарихына бер ҡараш. Марат Ғафаров

From Wikisource
Әйлеләр тарихына бер ҡараш. (Мәҡәлә)
автор Марат Ғафаров, Мәсетле районы тарихты һәм туған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, мәғрифәтсе, тыуған яҡты өйренеүсе, журналист.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: "Ағиҙел" журналы, Март 2012 йыл, № 3. Сығанаҡ: 1."Ағиҙел" журналы, 2.Ижади оҫтахана "Мәсетле районы Энциклопедияһы"


Әйлеләр тарихына бер ҡараш.


Ике тиҫтә йыл инде рухи донъябыҙ оло үҙгәрештәр кисерә, йолалар тергеҙелә, дингә хөрмәт уяна, ауыл-ҡалаларҙа мәсет манаралары ҡалҡа. Был ыңғай күренештәр, һис шикһеҙ, йәмғиәтебеҙҙең сафланыуына ыңғай йоғонто яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ һаман да тарихыбыҙҙы элеккесә, йәғни Советтар осоронда нәшер ителгән ғилми китаптарҙан уҡып өйрәнәбеҙ. Миҫалға, «Ҡыҫҡаса Башҡортостан энциклопедияһы»н алайыҡ. Унда ырыуҙар тарихы, Әйле ырыуҙарының үткәне, был яҡтарға күсеп ултырыуы бик һуң осорға ҡайтып ҡала. Ә Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Ҡаратаулы ырыуҙары энциклопедияла бөтөнләй теркәлмәгән. «Әйлеләр китабы» ла (төҙөүсеһе – журналист С. Бәҙретдинов. Өфө, 2007 й.) совет ғалимдарының сығанаҡтарын ҡулланып яҙылған. «Урал тауҙарының шоңҡары» тигән бүлектә Әйле ырыуҙарының Әй һәм Йүрүҙән буйҙарына килеп төпләнгән осоро уҡыусыла икеләнеү уята, сөнки китаптан аңлашылыуынса, әйлеләр был төйәккә башҡорт ҡәбиләләренең Мәскәү батшалығына (1557 й.) ҡушылыр алдынан йөҙ йыл элек кенә килеп ултырған булып сыға. Был фекер менән һис тә килешеп булмай, сөнки З. Вәлиди хеҙмәттәрендә төрки ҡәбиләләренең Урал буйына күсенеүҙәре беҙҙең эраның I быуатында башланыуы хаҡында әйтелә, һәм автор был күсенеүҙең бер нисә осорға бүленеүен билдәләй.

Тарихсылар ырыу-ҡәбиләләрҙең күсенеү осорҙарын теүәл генә билдәләмәй, сөнки быға бик күп ваҡыт үтеүе, дәлилдәр етерлек булмауы ҡамасаулай. Шулай ҙа теге йәки был ҡәбиләнең ҡайҙа күсенеүе яҡынса билдәләнеп, тарихи яҡтан был дөрөҫ тип баһалана. Совет ғалимдары Р. Кузеев, Р. Янғужин хеҙмәттәрендә төрки телле ҡәбиләләрҙән Уралға тәүгеләрҙән күсенеп ултырыусылар тип Бөрйән, Түңгәүер, Үҫәргән атала. Әйле ҡәбиләһе иһә IX–XII быуаттарға ҡайтарып ҡалдырыла. Был һығымталарын тарихсылар легенда, шәжәрәләргә таянып аңлата. Зәки Вәлидиҙең «Төрк һәм татар тарихы» (Өфө, 1994 й.) тигән китабында телгә алыныуынса, төрки ҡәбиләләрҙең был яҡтарға күсенеү осорҙары түбәндәгесә:

– һундар (миләди буйынса 92 й.) башҡорт ерҙәренә киттеләр;

– ике быуат үткәс, Сан-Пя татар төркиҙәре Амур йылғаһынан Хазар (Каспий) диңгеҙенә тиклем ерҙәрҙе биләй;

– һундар, Жужин исемле төрктәр, III–V быуаттарҙа иң ҡеүәтле ҡәүем, Дунайғаса барып етеп, Иҙел, Урал башҡорттары улар араһында ине;

– IV–VII быуаттарҙа Түкиү (төрки) ҡағандары хакимлыҡ иттеләр;

– XIII–XVI быуаттарҙа Сынғыҙ хан вариҫтары хөкөм һөрҙө.

Совет ғалимдары буйынса әйлеләрҙең күсенеү осоро Сәйҙәш хан заманына ҡайтарып ҡалдырылһа, «Әйле шәжәрәһе»ндә (Т. Ялсығол) ҡәбиләнең йәшәү осоро II быуатҡа тура килә, йәғни 60-тан ашыу быуын тәшкил итә. Һәр быуын араһын 30 йыл менән иҫәпләгәндә, 1800 йыл тигән һүҙ был. Әйле вариҫтарының һундар осорондағы күсенеүҙә ҡатнашып, Уралға килеп төпләнеүен түбәндәге дәлилдәр менән раҫларға мөмкин. Ҡәбиләнең тәү төйәге – Урал тауҙары, йәғни Себер тимер юлы үткән Әшә, Усть-Ҡатау, Баҡал, Һатҡы, Златоуст, Куса, Ҡыштым, Мейәс, Өфәле, Нязепетровск, Үрге һәм Түбәнге Өфәле һәм Свердловск өлкәһендәге Түбәнге Серги, Әртә, Красноуфимск райондары. Был төбәк ултыраҡ тормошта йәшәү өсөн уңайлы булған.

Ошо төбәктә байтаҡ дәүерҙәр металл иретеү менән шөғөлләнгәндәр. Тарихтан билдәле булыуынса, төркиҙәр тимер иретеү технологияһын тәүгеләрҙән булып үҙләштергән. Был кәсеп иң тәүҙә Ғәйнә башҡорттары ерендә башланһа, һуңынан әйлеләр еренә лә күсә. Был хаҡта З. Вәлиди хеҙмәтендә лә әйтеп кителә. Рус сәйәхәтсеһе Галиндың сәйәхәтнамәһендә лә башҡорттарҙың Силәбе, Верхнеуральск, Мейәс тарафтарында металл иретеү усаҡтары булыуы телгә алына. Шулай уҡ автор төрөк сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби юлъяҙмаларынан өҙөк килтерә: «Һиштәк (башҡорттар – М.Ғ.) – һуғышсан ҡәүем, алты туп (пушка), булат ҡылыстары үткер»,– тип яҙған.

Башҡорт археологы академик Н. Мәжитов 1964 йылда төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы (Дыуан, Мәсетле) кургандарҙан, Хәлил, Ҡаранай ҡәберлектәренән күп биҙәнеү әйберҙәре, тимер ҡоралдар таба. Был табылған ҡомартҡылар, тарихсы фекеренсә, – Х-ХI быуаттарҙа йәшәгән башҡорттарҙың ҡәберлектәре.

Р. Кузеев хеҙмәттәрендә лә әйлеләрҙә биҙәнеү әйберҙәренең күплеге хаҡында әйтелә. ХVIII быуатта башҡорт руда сығарыусылары тураһында рус тикшеренеүселәре лә яҙып ҡалдырған. Миҫалға А. Андрющенконың «1773–1975 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы» тигән китабында завод хужаларына мәғдән ташыусы башҡорт сәнәғәтселәренең ихтилалда ҡатнашмауын билдәләй. Ул исемлеккә тарихи шәхестәрҙән Ғәйнә башҡорто Исмәғил Тасимов, Я. Аҙнағолов, Д. Үтәгәнов, Ҡунай Пазаров, Яҡут Әлибаев, Илмәкәй Барысов, Әпсәләм Хөсәйенов, Мортаза Мерәҫов, Аҡбай Бикбулатов, Хәлил Илпәтовтар ингән. Руда сығарыу был шәхестәрҙең быуындан-быуынға килгән һөнәре булған. Тарихта билдәле булыуынса, металл иретеүселәр был һөнәрҙе сер итеп һаҡлаған.

Рәсәй дәүләте был яҡтарҙа заводтар төҙөүҙе ябай ысулдар менән алып бара, уларҙы ла элекке башҡорт домналары урынына һала. Башҡорттарҙың заводтар төҙөүе бер ҡайҙа ла иҫкә алынмай, уларҙы артта ҡалған күсмә халыҡ тип кенә кәүҙәләндерергә тырышалар. 1739 йылдан башҡорттар хатта тимерлек тотоуҙан да мәхрүм ителә, сөнки ошоноң менән батша хөкүмәте, йәнәһе, уларҙың ҡорал эшләүен тыя. Рус дәүләтенең тәүге металл иретеү урыны булған Тулала элек ҡыпсаҡтар металл иреткән. Рустар был төбәкте XVI быуатта ғына яулап алған. Тимәк, металл иретеү һөнәре төркиҙәрҙән башланған.

Әйлеләр төйәкләнгән тәүге төйәк Әй, Ҡариҙел йылғаларының башы, Мейәс йылғалары буйы булып, рус колонизацияһы уларҙы Әй, Йүрүҙән йылғаларынан түбәнерәк күсенергә мәжбүр иткән. Рустар килгәнгә тиклем әйлеләрҙең бер өлөшә ярымкүсмә хәлдә малсылыҡ менән шөғөлләнгән, бер ни тиклеме ултыраҡ тормошта йәшәгән. Һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ та киң таралған.

Әйлеләрҙең боронғолоғон, йәғни уларҙың Урал буйҙарына һундар менән бергә иң тәүгеләрҙән булып килеүен Ай (Әй) топонимы аша ла тойомларға мөмкин, сөнки «Ай» төшөнсәһе төрки телдә, тәү һүҙ булараҡ, ер-һыу исемдәрендә, туғанлыҡта киң ҡулланыу тапҡан. Атаманың тылсым көсө уның күк есеме Айға бәйле булыуындалыр, моғайын. Күк есеме Айға ҡушылыу сәбәпле, атама тәү төркиҙәр өсөн иң ҡәҙерле һүҙгә әйләнеп, ул тотем (табыныу) ролен үтәгән. Әйлеләр үҙ тамғаһы итеп ярымайҙы ҡабул иткән.

Ай (Әй) йылға исеме булып йөрөһә, ҡәбилә Әйле исемен алған. Тарихсылар араһында был мәсьәлә буйынса ике фараз йәшәп килә. Береһе Р. Кузеев менән И. Ишбирҙиндыҡы. «Йылғаға исем көньяҡ-көнсығыштан күсеп килеп, йылға үҙәненә урынлашҡан Әйле ҡәбиләһе башҡорттарынан ҡалған»,– ти улар. Топонимия белгесе, филология фәндәре докторы А. К. Матвеев был атамаға үҙ мөнәсәбәтен ошолай белдерә: «Метафора могла возникнуть и другим путем: светлую воду рек сравнили с блеском луны, отсюда толкование – светлая как луна».

Күк есемдәренә табыныу – күп халыҡтарға хас күренеш. Миҫалға япондарҙы алайыҡ. Уларҙың үҙ илен «Ҡояш сыҡҡан ил» тип атауы, халыҡтың Ҡояшҡа табыныуы, ә ҡытайҙарҙың үҙ ватанын «Күк аҫты» тип данлауы ла юҡҡа түгелдер. Тәү төркиҙәр үҙ илен Айға тиңләп кенә ҡалмаған, йылғаларҙы ҙурлаған, хөрмәтләгән. Мәҫәлән, Йәнәс-әй (Енисей) мәғәнәһе онотолоп, дөйөм исем менән йөрөтөлә башлаған. З. Вәлидиҙең уны хеҙмәттәрендә «Йәнәсәй» тип атауы ла иғтибарға лайыҡ. Төркиҙәр ҡушҡан Иртыш, Ҡатын йылғалары ла хөрмәт йөҙөнән ҡушылған. Европалағы бөйөк йылға Дунайға ла исемде төркиҙәр ҡушҡан, улар килгәнсе йылғаны «Истр» тип атап йөрөткәндәр. Йылғаның тәүге мәғәнәһе Һун-ай булып Дунайға әйләнеүенә ғәжәпләнергә ярамай, сөнки төркиҙәр атама биргән Тын йылғаһы – Донға, Ене бар (Женепар) Днепрға әүерелгән. Днепр борон таш тупһалы, бөгәрләнеп аҡҡан йылға булғанға, моғайын, шулай исем бирелгәндер.

Ҡариҙел йылғаһының да боронғо исеме Өфө. Ул Силәбе, Свердловск өлкәләре аша килеп, Ағиҙелгә ҡоя. Атаманы әйлеләрҙең Өпәй ырыуы ҡушҡан булырға тейеш. Өфө йылғаһының башынан (Силәбе өлкәһе) бер аҙ үткәс, Өфөле йылғаһы Өфөгә ҡушыла. Бәлки, өпәйҙәр йылғаға ла үҙ исемен ҡушҡан йәки йылға исемен үҙенә алғандыр.

Алтайҙан сыҡҡан төрки ата-бабаларыбыҙҙың ерен «Айҙар иле»тип исемләргә булыр ине. Күп төрки халыҡтар араһында Ай ҡушып яһалған халыҡтарҙың атамалары быға миҫал була. Н. Баскаковтың «Төрки телдәр» китабынан түбәндәге исемлекте тәҡдим итәм: алтай теле – айр-ат; әзербайжан теле – ҡаш-ҡ-ай; уйғыр теле – хам-ай; үзбәк теле – сығат-ай, лоҡ-ай; ҡырғыҙ теле – ҡай-саҡ; ҡараим – ҡара-ай теле; нуғай – нуғ-ай теле; Йәнәсәй татарҙары; хаҡас теле – хаҡ-әй; яҡут – сах-ай; тува теле – сай-ан, сай-ут теле. Ошоға өҫтәп, башҡорттарҙың Әйле ҡәбиләһе телен дә айырым Әй диалекты тип ҡарарға мөмкин булыр ине.

Башҡорттарҙың милләт булып формалашыуында ҡатнашҡан ырыу-ҡәбиләләрҙең үҙ-ара бәйләнешенең ныҡлығы түбә, олоҫ атамаларында ла сағылыш таба. Был процесты ғалимдар ентекле өйрәнгән, тип әйтергә мөмкин, сөнки был турала мәғлүмәттәр байтаҡ. Ғилми хеҙмәттәрҙә әйлеләрҙең башҡа ҡәбиләләр составында булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә әйлеләрҙең теге йәки был ырыу еренә ҡасан күсенеп ултырыуы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Шулай ҙа З. Вәлидиҙең «Башҡорттар тарихы» тигән хеҙмәтендә бер нисә түбә атала: Әй-үҫәргән, Әйле-табын, Дыуан-әй, Дыуан-көҙәй, Дыуан-табын ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем үк бергә йәшәгән.

Әйле аймаҡтарының күп ҡәбиләләр составында булыуы, ниңә улар башҡа ҡәбиләләргә һыйынған, тигән һорауға асыҡлыҡ индереүҙе талап итә, сөнки был күренеш әйлеләргә генә хас. Уның төп сәбәбе 1730 – 1740 йылдарҙағы ихтилалдар, йәғни батша хөкүмәтенең әйлеләр төйәгендә күп заводтар төҙөүе менән бәйлелер. Был турала беҙҙең көндәргә килеп еткән мәғлүмәттәр етерлек.

Мәҫәлән, Г. Гудков менән З. Гудкованың «Из истории Южно-Уральских горных заводов» тигән китабында Әйле башҡорттарын ауылдары менән күсереп ултыртыу осраҡтары теркәлә. «Три башкирских деревни Айлинской волости Каскиново, Туктарово и Крымово тогда же (1828 г.) были переселены со своих родных мест на расстояние до 100 верст. Две первые деревни переселились на речку Зюм, а последняя в Ратабынскую волость» (247-се бит). Шулай ук әйлеләр төньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән ырыуҙаштары араһына ла күпләп һыйынған. Мәҫәлән, өпәйҙәр, Мәсетле районында ҡошсолар эргәләренә – өс ауылды, ҡошсолар ғәйнәләре – ике ауылды (Ғәйнә,Ҡорғат), Терһәк ырыуынан Араҡай ауылын һыйындырған. «Әйлеләр китабы»нда Әйле ырыуының башҡа төбәктәрҙә йәшәүе лә һанап үтелгән: Архангел районы Үрге Ләмәз ауылында – көҙәйҙәр, Белорет районының Исҡушты ауылында – төркмән-көҙәйҙәр, Учалы районының Һөйәрғолдо ауылында – төҫлө көҙәйҙәр, Әйле көсөктә һәм Благовещен районының – Арҡауыл, Туймазы районының – Йәрмөхәмәт һәм Иҫке Туймазы, Соҡаҙытамаҡ, Балтай, Шишмә районының Әлебай ауылдарында әйлеләр көн итә. (12-се бит) «Тамырҙарыңды беләһеңме?» (Өфө, 2007 й.) тигән методик ҡулланманан ҡәбиләләрҙә Әй аймаҡтары исемлеген һанап үтәйек: Табын ҡәбиләһе –Ҡуштан әй, Төп әй, Сыуаш әй, Ҡол әй, Бөжәк әй, Сүп әй аймаҡтары; Үҫәргән – Әй үҫәргән, Йомаҡ әй, Иш әй, Ҡупы әй, Шеш әй, Тау әй; Меңле – Әйле мең, Аҫыл әй, Мурт әй, Урыҫ әй, Мырҙа әй, Аҡыллы әй; Бөрйән – Ише әй, Ырыҫ әй, Әй үрмәҫ, Саты әй. Ҡатай – Шуҡ әй, Ҡол әй, Саты әй, Мурт әй, Ҡолсо әй; Ҡыпсаҡ – Әй-һай, Ҡара әй, Кире әй, Күс әй; Дыуан – Дыуан һаҡал, Ҡыуаҡлы әйле, Сәм әй.


2012