0%

Әбейҙәр сыуағы. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әбейҙәр сыуағы (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Әбейҙәр сыуағы


Эй ҡыуанды инде ҡомалағы,
Эй ҡыҙарҙы балан ҡыуағы.
Балҡытып та барса тарафтарҙы,
Шар асылды «әбей сыуағы»!

Яҡтыһынан үҙе яҡтырҙы ла
Көлтә-көлтә һипте нурҙарын.
Бер рәссамдай, төрлө төҫкә манды
Урмандарын, ялан-ҡырҙарын.

Бар ҡөҙрәтен, көс-ғәйрәтен бирҙе
Емеш-йәшелсәнең тәменә.
Зирәклеген, маһирлығын һалды
Эшһөйәрҙең таҫыл, ғәменә.

Был донъяның ҡәҙерҙәрен бел, тип,
Моңло көйөн һуҙҙы ҡурайы.
Бөтәһе лә үтә,
Яҡтырып ҡал,
Тип йылмайҙы ғаләм сырайы.