Һөйөү өсөн. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һөйөү өсөн (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һөйөү өсөн


Ҡараштарың һалҡын.
Гел ғәйепләп,
Ҡәнәғәтһеҙ
Яуа һүҙҙәрең.
Ниндәй генә сүрәттәргә инеп,
Нисек турайтайым теҙҙәрең?

Мин аңлайым,
Миңә һин битараф,
Бүтәнгә һин йәнең атаһың.
Нисек төҙәтергә,
Белмәйем мин,
Яҙмыш дәфтәренең хатаһын?

Бик аңларға һине тырышыуҙан
«Ике йөҙлө» исемен аламын.
Һөйөү өсөн
Һин холоҡһоҙ сабый,
Ә мин әсәй булып ҡаламын.

Ҡаламын да…
Уйға таламын.