0%

Һөйөү йыры. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һөйөү йыры (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һөйөү йыры


Һөйөү ҡанундары ҡотолғоһоҙ,
Камиллыҡҡа йәнәш аңһыҙлыҡ.
Ана, шартлай яңы күк есеме,
Ана, хасил яңы йондоҙлоҡ.

Бәргеләнмә, йөрәк, һыҡтама ла, -
Киңәйгәндән донъя киңәйә.
Йәшәү асылдарын һаҡлар сергә
Һалынғандыp бөйөк кинәйә.

Яҡтылыҡтан етеҙ, аһ, ул тиҙлек
Шартлатҡанда йыһан арбаһын,
Йәшәйештең һуңғы балҡыштары
Һөйөү мәле булып арбаһын!