0%

Һөйөүҙән тик һөйөү тыуа. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Һөйөүҙән тик һөйөү тыуа (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һөйөүҙән тик һөйөү тыуа


Нимә булды? Аяныстан
Күҙ алдарым ҡараңғы.
Килә минең бер ҡайғыһыҙ
Ҡосағыңда ҡамалғы.

Килә минең онотолғом,
Ҡайһы быуат икән, тип.
Бер мәлем дә өндәшмәһен,
Инде хәҙер үкен, тип.

Текләмәһен сәғәттәрем,
Ҡаштарын сөйөп, төйөп.
Төшөнһөн ай,
Йыл,
Һөйөүҙән
Тик һөйөү тыуа, тиеп.

Яралған бит донъя, үтеп
Һыу менән ут араһын... —
Яраланған һайын көтөп
Ярлыҡау ишараһын.