Jump to content

Һәр нәмәнең үҙ теле бар(шиғыр). Муса Ғәли

From Wikisource
Һәр нәмәнең үҙ теле бар (Шиғыр)
автор Муса Ғәли
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Һәр нәмәнең үҙ теле бар


Тау аҫтында шишмә аға:
«Сылтыр-сылтыр, сылтыр-сылтыр».
Әйтә шишмә: «Беҙгә ҡарап
Ултыр, ултыр, ултыр, ултыр».
Тәлгәштәрен йыуа һыуҙа
Ҙур тал-тирәк, ҙур тал-тирәк.
Ул кинәнә: бындай көндәр
Була һирәк, була һирәк.
Ҡарт имәндең япраҡтары
Быш-быш килә, быш-быш килә:
«Беҙгә ҡоштар ҡунаҡҡа,— ти,—
Йыш-йыш килә, йыш-йыш килә».
Атлы уҙа. Тәгәрмәстәр:
«Келдер-келдер, келдер-келдер».
Гел тәгәрәп үтә шулай
Беҙҙең көндәр, беҙҙең көндәр,
Һәр нәмәнең үҙ теле бар,
Аңла ғына, аңла ғына.
Кәңәш тик шул: ишетмәйсә
Ҡалма ғына, ҡалма ғына.
 


1996 йыл