0%

Һәйкәл(шиғыр). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һәйкәл ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Һәйкәл


Балтик буйына килдек беҙ
Салауат һалған эҙҙән.
Урал бөркөтө әсирҙә
Бығаулы нисек түҙгән?
Палдиски ҡалаһы хәҙер
Яп-яҡын Өфөбөҙгә,
һәйкәл ҡуйылды Балтикта
Иң ғәзиз кешебеҙгә.
 
 


1993 йыл