0%

Һүрәт оҫтаһы(шиғыр). Ф.Фәтхетдинов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һүрәт оҫтаһы (Шиғыр )
автор Ф.Фәтхетдинов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Һүрәт оҫтаһы


 Уянһам иртән, тышта ни булған?
 Бөтә ерҙәргә ынйылар ҡунған.
 Тирәктәрем дә аҡ шәл ябынған.
 Тәҙрәләремә биҙәк һалынған...
 Кем эше һуң был, кем шулай иткән?
 Һүрәт оҫтаһы Ҡыш бабай икән!


1996 йыл