0%

Һыҙылып ҡына таң тама. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һыҙылып ҡына таң тама (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һыҙылып ҡына таң тама


Йөрәгемә тамыр йәйә
Ниндәйҙер бер һыҙланыу.
Саф шишмәнән — тоҙланыу ул,
Ҡайнар хистән – боҙланыу.

Йәнгенәмде һурып алып
Һалдым аяҡ аҡтыңа.
Күңелеңде ас ҡына һин,
Һағышыңды баҡ ҡына!

Һинең һағыш – башҡаларҙа,
Башҡа тип йән атаһың.
Башҡа тип баш ватаһың да
Уйҙарыңа батаһың.

Тәмәкеңдең осо көйрәй,
Бер яна ла бер һүнә.
Бер яндырып, бер һүндереп
Эҡе көлгә сер күмә…

Әллә инде тәмәкеңдән
Офоҡҡа ут тоташа?
Ялҡыны төнгә ялғана,
Ялҡыны таңға аша…

Бер ҡабынып, бер һүрелеп,
Хистәр яһай тантана.
Һыҙырылып таңдар тама,
Һыҙылып ҡына таң тама.