0%

Һыуыҡ менән Һалҡын(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һыуыҡ менән Һалҡын ( әкиәт )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һыуыҡ менән Һалҡын


 Киң яланда ағалы-энеле Һыуыҡ менән Һалҡын йөрөй ине, ти.
— Һыуыҡ ағай, былай бушты-бушҡа ауҙарып йөрөгәнсе, кешеләрҙе өшөтөп алыу яғын ҡарарға кәрәк ине, — тигән Һалҡын.
Һыуыҡ быға риза булды, ти.
Бына улар яҡында ғына ҡыңғырау тауышы ишетәләр. Бер санала бай ҡаланан ҡайтып килә икән. Икенсеһендә урманға утынға китеп барыусы крәҫтиән булып сыҡты, ти. Уны йүгерек аттар еккән бай санаһы-ние менән ҡолатып уҙып киткән, ти.
— Мин крәҫтиән менән эш итермен инде, — тигән Һалҡын. — Ни өсөн тиһәң, уның тун тигән нәмәһе иҫке, өҫтәүенә, ямалып бөткән, бүрке лә иҫкергән, аяғында ла сабата ғына. Ә һин инде, ағай, минән көслөрәк, бай артынан йүгер.
— Һин йәшерәк шул әле, — ти Һыуыҡ, — белмәйһең. Ярай, һинеңсә булһын: кит әйҙә крәҫтиән янына. Ә мин байҙы өшөтәйем.
Һыҙғырышып һаубуллаштылар ҙа киттеләр, ти, былар.
Ҡояш байыу менән, улар яланда осрашып, эштәре тураһында һөйләшә башланылар, ти.
— Мин байҙың үҙәгенә үттем, тешен тешкә тейҙермәй ҡалтыраттым, — ти Һыуыҡ.
— Бер ҙә ышанғым килмәй әле, — тип әйтте, ти, Һалҡын. — Ул бит йылы тун эсендә, ә бүрке, быймаһы ниндәй бит әле уның!
Һыуыҡ үҙенең эше уңышлы сығыуы менән маҡтана.
— Бер ни ҙә түгел ул миңә, — ти ул. — Байҙың туны эсенә инеп алдым да, быймаһына тулдым да һелкетә башланым бер заман, сыҙап ҡына тор! Тынын ҡурып барам тегенең. Ҡайҙа керер урын тапмай. Ә һин крәҫтиәнде бейеттеңме һуң?
— Юҡ, үҙемә бейергә тура килде. Бейетте генә тиһең әле, туҡмап мәсхәрә итте үҙемде! — ти Һалҡын, көрһөнөп.
— Нисек улай?
— Шулай инде. Ул урманға утын ҡырҡырға килә ине. Юлда уны семетә башланым. Иҫе лә китмәй, исмаһам. Етмәһә, әрләшә бит әле. Ишетмәгән һүҙҙе ҡалдырманы. Ғәрләнерһеңме, юҡмы. Асыуым килде лә тегене нығыраҡ ҡура башланым. Ләкин был рәхәтлек оҙаҡҡа барманы шул: урманға ингәс, бер урынға туҡтаны ла, санаһынан төшөп, балтаһын алды. Бына, мин әйтәм, хәҙер танытайым әле үҙемде. Туҙып бөткән ҡыптыр туны эсенә инеп алдым да тегене өшөтә башланым. Ә ул балтаһы менән киҙәнеп ағасҡа саба башланы. Күтәрелеп тә ҡарамай, тапсыҡтар ғына фырылдап оса. Крәҫтиән өҫтөнән йылы быу ҙа күтәрелә башланы. Тун эсендә миңә көн бөттө. Аптырағас, тышҡа сыҡтым. «Ни эшләргә инде?» — тип уйлап торҙом. Ә крәҫтиән балтаһы менән саба ла саба ағасҡа. Бар тип тә белмәй. Ҡарап торам, ул тун тигән нәмәһен бөтөнләй һалып та ташланы. Шатланып киттем. «Күрһәтәйем әле мин һинең күрмәгәнеңде!» — тинем эстән генә. Уның туны тир менән еүешләнеп бөткәйне. Тундың эсенә инеп алдым да ҡабыҡ кеүек ҡатырҙым үҙен. Бына, мин әйтәм, кейеп ҡара инде туныңды!
Крәҫтиән эшен бөтөргәс, туны эргәһенә килде. Тунының шыҡырлап туңғанын ғына һиҙеп алды ла таяҡ менән туҡмарға тотондо, ағай, бер заман! Таяҡ гел миңә төшә! Түҙер хәл ҡалманы. Тун эсенән сығып ҡасырға итәм, булдырып булмай: туҡмала торғас, йөнгә уралып бөткәнмен, һис ысҡыныр хәл юҡ. Ә крәҫтиән туҡмай ҙа туҡмай мине. Көскә сығып ҡастым тун эсенән. Әле лә бына бөтә тәнем һыҙлай.
Һыуыҡ аптырап башын сайҡаған-сайҡаған да: — Туғанҡайым, башың йәш шул! Йәшәй биргәс, балтаның тундан яҡшыраҡ йылытыуын аңларһың әле, — тигән.

 


1988 йыл