0%

Һырғалаҡ(шиғыр). Баязит Бикбай

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һырғалаҡ ( шиғыр )
автор Баязит Бикбай
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һырғалаҡ


 Ябалаҡлап ҡар яуа,
 Текә тауҙар өйөлә.
 Беҙ сығабыҙ санала
 Һырғалаҡтар эйергә.
 Ел еткермәҫ ерәндәй,
 Тау түбәнгә сабабыҙ;
 Кәйелеп китһә саналар,
 Ҡолайбыҙ ҙа ҡалабыҙ.
 Әй, күңелле һырғалаҡ,
 Онотола бары ла;
 Шыуһын сана шәберәк,
 Текә булһын тау ғына.
 


1988 йыл