Jump to content

Һыйырыма йыр. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Һыйырыма йыр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Гөбөрләтеп һауам һыйырымды
Йыл буйына көн дә иртә-кис,
Быҙауға ла бирәм һөт, бесәйгә,
Бөтәбеҙгә етә – кинән, эс!

Күнәк тотоп эргәһенә килһәм,
Тыныс ҡына мөңрәп ҡаршылай,
Мин һауғанда аяғы ла күсмәй,
Ҡойрой болғатып та ҡарамай.

Рәхмәт әйтеп биргән һөтө өсөн,
Арҡаһынан һөйөп һыйпайым:
Мин бит бик күптәрҙе, һыйырҡайым,
Һинең һөтөң менән һыйлайым!

Хуш еҫленән йәшел бесән һиңә
Хужаң бирә көн дә йәлләмәй,
Нимә бирһә, шуға риза булып,
Һинең күңел күпте теләмәй.

Дуҫ-иштәрем, тыуған-тумасалар –
Кемдәр генә эсмәй ағыңды!
Һин һыуалып торған ике айҙа
Бөтәһе лә “һине һағынды”.

Маҡтай-маҡтай эсәм һөткәйеңде,
Аҡ күңелле ҡара һыйырым,
Өҫтәл тулы һинең татлы ризыҡ –
Һиңә булһын әле был йырым!