Jump to content

Һуңғы төйәк

From Wikisource
Һуңғы төйәк (Тарихи фараз)
автор Author:Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2008 йыл. Нәшер ителгән: 2011. Сығанаҡ: "Дуҫлыҡта - көс", Күмертау ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһының әҙәби альманахы. 2011йыл, Күмертау ҡала типографияһы.


Һуңғы төйәк

Кинйә абыҙ ҡылысын алып һелтәйем генә тигәндә, уға уҡталған батша армияһының һалдаты ҡапыл ғына ергә ҡоланы. Артына әйләнеп ҡарағанда, уғын рәтләштереп торған ауылдашын күрҙе лә ҡыуанысынан һөрән һалып сәләм бирҙе.

Көтөлмәгән яҡтан, батша һалдаттары уның үҙенә ташланды. Икәүһен ҡылыс менән тураҡлап өлгөрҙө, өсөнсөһө… Әгәр ауылдашы булмаһа, бәлки ул үҙе ҡапҡанға эләгер, йә яраланыр ине. Ә бына ул тере. Ауылдашы янына осоп тигәндәй барып етте.

- Байғол, рәхмәт һиңә, үлемдән ҡотҡарҙың, -тип ҡосаҡлап алды.

Байғол уны һуғыштың башынан алып һаҡлап, ҡурсалап йөрөтә. Ауылдаштары уға был эште васыят итеп ышанып тапшырҙы. Әлбиттә, быны ул үҙе белергә тейеш түгел . Әле лә Кинйә һиҙмәһен өсөн:

-Анауҙа уҡ башаҡтары йыйып йөрөй инем, һинең алышҡаныңды күреп ҡалдым да…

- Ярай, аҡланма, нисек кенә булмаһын мин һиңә бурыслы. Йә, артабан ни эшләрбеҙ. Бүгәсәүҙе эләктерҙеләр. Беҙҙең сиреү кәмене. Казактар батша ғәскәренә ҡушылды. Ғәскәр туплау өсөн егеттәр хәҙер юҡ инде. Бер аҙға тынлыҡ урынлашты.

- Минең бер фекерем бар, Кинйә абыҙ. Әгәр бында ҡалһаҡ, барыбер беҙҙе тоторҙар. Беҙҙең бит Кесе йөҙҙә ҡаныбыҙ ҡатышҡан ҡаҙаҡ дуҫтар бар. Бәлки ул яҡҡа йүнәлербеҙ.

- Мин дә ошо фекер менән йөрөй инем, Байғол! Бәлки улар менән килешеп, яңы ғәскәр туплап булыр. Ҡайтып юл монаяттары алайыҡ та, ҡуҙғалырбыҙ. Ҡалған егеттәрҙе йый, уларҙы өйҙәренә ҡайтарырға кәрәк. Барыһын да язалап бөтөрмәҫтәр. Һис юғы бөтә ғәйепте миңә япһарырҙар. Тағы ла, Һеләүһенде күреп китергә ине. Сәғит менән дә кәңәшләшергә кәрәк.

- Юлай батырҙы эләктергәндәр тиҙәр. Салауатты табып бирергә ҡушалар икән. Салауат ҡайҙалыр мәмерйәлә йәшеренгән булырға тейеш, Торатау эргәһендә. Байғол Кинйә абыҙҙан күпкә йәш булһа ла сәйәсәт менән бик таныш. Бөтә башҡорт иле яңылыҡтарын һорашып, төбәшеп тора. Ҡәнзәфәр менән бергә булырға тейештәр улар. Торатау яғында Ҡәнзәфәрҙең ауылы яҡын. Ашау яғын ул хәстәрләйҙер.

Ауылға кис ҡайтып еттеләр. Батша һалдаттары был яҡтарҙа күренмәй әлегә. Барыбер һаҡланырға кәрәк. Егеттәрҙе ҡайтарып ебәреп, үҙҙәре ауылдан алыҫ түгел мәмерйәгә йүнәлде. Байғол да ауылға ҡайтыр, ул был хәл булмаһа, үҙе лә ҡайтып килер.

Тик Байғол был көндө килмәне. Иртәнсәк барырмын тип йыйына ине. Таң атыу менән батша һалдаттары тулып китте. Улар иң беренсе Кинйәнең өйөнә атлыҡты. Һеләүһенде бығау кейҙереп, ауылдың иң күренекле урыны ҡарама төбөнә алып килделәр. Барлыҡ егеттәрҙән һорау алыу башланды. Кинйә абыҙ бөтә бәләне үҙенә ауҙарырға ҡушһа ла, егеттәр бер һүҙ ҙә әйтмәне. Батша һанаттары араһында Яманһары Яппаров та бар. Ул , казактар араһында тартҡылаш киткәс тә, батша ғәскәрҙәренә сыҡҡан ине. Батша уға «ышаныслы башҡорт» тигән ярлыҡ та бирҙе. Кинйәнең улы Һеләүһен атаһы тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәне.

-Белмәйем, -тип яуап бирҙе һорау алыусының һәр бер һорауына.

Бында Яманһары Яппаров ярҙам ҡулы һуҙҙы.

-Юҡ, ул бер нимә лә белмәйҙер. Сөнки ул һәр саҡ ауылда булды,- тине ул һанаттарға. Улар уға ышанды , ул -тоғоро башҡорт.

                                               * * *

Танышыуҙары бик сәйер килеп сыҡты Кинйә абыҙҙың Бүгәс батша менән. Бер көн биләмәләр буйлап йөрөп ҡайтҡас, йәне әрнеп, ҡымыҙ, ҡаҙы алып, Ҡаршытауҙың иң бейек еренә сығып ултырғайны. Көтмәгәндә генә ҡара һаҡаллы кеше пәйҙә булды.

-Ассалямаляйкум , Кинзя Абыз, -тип сәләм бирҙе.

-Үәғәләйкүм әссәләм , -тип яуап бирҙе Кинйә абыҙ.

Иҫәнләшкәндә акценттың булыуынан, уның рус кешеһе икәнен аңлап алды. Руссалап:

- Куда путь держет, наш уважаемый дервиш,-тине. Кинйәнән ыңғай һүҙ сыҡҡанғамы, дәрүиш бик шатланды.

-Вот так, велела судьба. Хожу по Руси, и наблюдаю. Как там живет наш народ.

Кинйә уны берәй яҙыусы йә ғалимдыр тип уйланы.

-Айда, гость, к нам домой. Будешь гостем,- тип өйөнә алып ҡайтты. Тәүге көндә ысынлап та сәйәхәтсе кеүек күрһәтте юлаусы. Үҙен Емеля тип таныштырҙы. Башҡорт иле, уның йәшәйеше тураһында һорашты. Уның аҡыллы старшина икәнен ҡат-ҡат ҡабатланы. Халыҡ менән аралашҡан күрәһең.

Икенсе көндө Рус дәүләтенең батшалары тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Кинйә һағая төштө. Батшалар тураһында ул белә. Сәйәсәт менән дә бик хәбәрҙар, тик тормош һаҡлыҡ талап итә.

-Нам то что, пока все хорошо,- тип кенә яуапланы ул юлаусының һорауына.

- Нет, не все хорошо, Кинзя абыз,- тип бик һынсыл ҡараны ул Кинйәгә. Когда башкиры присоединились к русскому государству, у них был договор. Какие соглашения были ты хорошо знаешь.

- Беләм, бик яҡшы беләм. Тик ни эшләйһең. Беҙ күп тапҡырҙар яуға күтәрелеп ҡараныҡ. Көстәр тигеҙ түгел. Ниңә халыҡты ҡырырға. Ана Тевкелев күпме башҡортто тереләй утта яндырҙы! Юҡ, ни эшләмәк кәрәк. Түҙеүҙән башҡа сара юҡ. Моғайын бөтә ерҙе алып бөтөрә алмаҫтар. Дәрүиш йылмая биреберәк:

-Яңғылышаһың, Кинйә абыҙ, әгәр һин дә шулай тиһәң. Һин бит бөтә башҡорт илендә дан тотҡан ил ағаһы, мулла, абыҙ. Халыҡ һинән яҡлау көтә. Ана, Яйыҡ казактары ла күтәреләбеҙ тип тора. Улар « башҡорттар яусыл халыҡ, бергәләп эш итергә кәрәк» тип торалар.

Кинйә дәрүиштең был һүҙенән һуң тынып ҡалды. Ул уйлана ине. Бер яҡтан был дөрөҫөн әйтә кеүек. Кем һуң был һаҡалтай?

-Йәмәлкә, һин дөрөҫөн дә һөйләйһең кеүек, һин үҙең кем һуң?- тигән һорау биреп уға тура ҡараны. Емельян был һорауҙы беренсе көндә үк көткәйне, Бына ул ҡасан бирелде. Был бер яҡтан уңайлы, сөнки, Кинйәнең күңелен ҡапшаны, эс серен белде. Эстән генә: «быға ышанырға була» тип уйланы.

- Мин, Екатеринаның тәүге ире Петр өсөнсө. Ә һинең өсөн Емельян Пугачев.

«Һинең өсөн». Кинйә артыҡ һорау биреп торманы. Тимәк, ул уға ышана.

-Мин һинең турала бик күп хәбәр йыйҙым. Һәр ерҙә һине хөрмәт итәләр. Бөтә башҡорт старшиналары ла һине өлгө итеп ҡуя. Бына һинең менән өс көн бергә булдыҡ. Мин тағы ла инандым. Һиңә ышанырға була. Мин Яйыҡ казагы.Башҡорт дуҫым да бар. Нәҡ ул һинең турала әйтте лә инде. Үткән күтәрелештәрҙең береһендә ҡулға алынып, казактарға хәрби сословиеға ебәрелгән ул. Беҙгә һинең кеүек кеше кәрәк тә инде. Кинйә уның һүҙен бүлдерҙе.

-Юҡ, мин халҡыма кәрәк. Минең урыным Уралда. Яйыҡта, ана, һеҙ бар.

-Һин мине аңламаның Кинйә абыҙ. Һүҙ икенсе юҫыҡта.

Был кисте улар оҙаҡ һөйләштеләр. Йәмәлкәнең пландары Кинйәне ҡанатландырҙы. Тимәк, башҡорттар ғына түгел тигән фекергә килде ул. Ошонда килешелде лә инде Петр өсөнсөнөң нисек итеп Кинйәгә кафтан бүләк итеүе.

Ошонда улар мәңгелеккә дуҫлаштылар казак Йәмәлкә менән.

Байғолдоң әйтеүенә ҡарағанда, һалдаттар бик уҫал ҡыланалар. Кинйә абыҙ табылмаһа ауылды яндырырға янайҙар. Әммә Кинйәне ул һүҙҙәр борсоманы. Ярым күсмә башҡортҡа ауылды яндырыу ҡурҡыныс янамай. Яңы ауыл төҙөүе бер ни тормай. Сәғит бер төн килеп китте. Уның менән ошо турала һүҙ алып барҙылар. Йорт кәрәк яраҡтарын алып китерлек кенә булһын. Ә ситәндән, уҫаҡ бүрәнәләрҙән һалынған өйҙәр йәл түгел. Тик Кинйәнең үҙенеке генә. Өсөнсө төн сыҡҡанда йүгерек саптарҙар менән таң беленер беленмәҫтән юлға сыҡты улар Байғол менән. Имәнғол ауылын үткән саҡта, ауылдың яндырылыуын, Кинйәне бар ерҙән эҙләүҙәрен ишеттеләр.

Ҡаҙаҡтар араһына инеп китеүе лә бик еңелдән булманы. Кесе йөҙ башҡорттарға яҡын булғанлыҡтан, Оло йөҙ яғынараҡ ыңғайланылар. Ҡаҙаҡтар араһында ла Кинйә тураһында беләләр ине. Тәүге йылдарҙа туғандары яғына килмәнеләр. Кем белә, шымсылар йөрөп тора. Аҡса өсөн һатып та ҡуйыуҙары мөмкин ине. Йөҙ ҡиәфәте ҡаҙаҡҡа оҡшаһа ла һөйләгәндә башҡорт яғынан килгәндәре беленеп үк тора ине. Уның исемен һораусы ла булманы тиерлек. Истәк мулла тип кенә йөрөттөләр. Ҡаҙаҡ балаларын уҡытыу уларҙы бар бәләләрҙән алып ҡалды. Тора бара уларҙың ысын исемдәре беленде. Туғандары яғына ыҡланылар. Туғандары Кинйәне үлгәндер тип йөрөгән икән. Килеп кереүҙәренә бик шатландылар. Улар тирәһендә башҡорт зыялылары күп кенә. Күптәре уҡытып шөһрәт ала. Ҡайһылары өләң әйтеп йәшәй инеләр. Ҡараһаҡал да Рәсәй властарынан ҡасып уларҙа төпләнде. Исемен Ҡарыш мулла тип йөрөттө. Һуңғы төйәге лә ошонда. Кинйә менән Байғол уларҙы һәр саҡ ололап иҫкә алды, сүрәләр, аяттар уҡынылар.

Бында ҡаҙаҡтарға өмөт итеп килһә лә, Кинйәнең пландары барып сыҡманы.Ҡаҙаҡтар башҡорттар кеүек бер генә урында йәшәмәй, уларҙың ерҙәре күп. «Һалһындар ҡала, күпме теләйҙәр» тине лә ҡуйҙылар. Ысынында ла шул инде. Нимәгә ул ҡаҙаҡ далаларында ҡала төҙөү рус батшалығына. Уға Себерҙе үҙләштереү өсөн башҡорт ерҙәре аша үтергә кәрәк. Шул ғына. Салауат менән Юлайҙың сәләмдәре лә килеп етте. Тик ни эшләмәк кәрәк. Кинйә лә олоғайҙы. Инде һикһәнде ҡыуа. Бында ул яңғыҙ ҡалған ҡаҙаҡ әбейе менән йәшәне. Ана, Байғол йәшерәк булғас, ҡатыны балалар ҙә тапты.Тик тыуған төйәк һағындыра шул. Байғол менән осрашҡанда гел Уралды һөйләшер булдылар. Кинйәнең ауылын күреү теләге көн һайын көсәйә генә барҙы. Байғол да уны белә ине. Үҙенең дә ҡайтҡыһы килде. Тик нисек?! Уның Айназанан дүрт улы бар. Уларҙы ташлап китеп булмай.

Кинйә сираттағы осрашыуында тағы Уралды иҫенә төшөрҙө. Тик был юлы ул нисектер сәйер ине. Байғол уның рухы көслө булыуын, әле бирешмәүен күреп шатланып йөрөй ине. Ул һаман да ауылдаштарының аманатын онотмай уны ҡурсалауын дауам итә ине. Байғол уға сәйерһенеп тә, ғәжәпләнеп тә ҡараны. Кинйә һүҙҙе ғәҙәттәгесә яйлап йәйләүҙәрҙе иҫкә төшөрөп торманы.

-Байғол, миңә ауылға ҡайтырға кәрәк,- тине ул.

Был һүҙҙе Байғол күптән көтһә лә, баҙып ҡалды.

-Ишетәһеңме, Байғол, миңә Уралға ҡайтырға кәрәк. Ашыҡтырайыҡ. Кинйә абыҙ барыһын да әҙерләгән булып сыҡты. Оҙатып барырға егеттәр ҙә тапҡан. Алыҫ юл шул. Мең саҡырым тирәһе. Байғол ауылдаштарының аманатын һуңғы көндәргәсә тоторға булды.

Һиҙенә ул, Кинйә Абыҙ һуңғы ике йылда бик бөтөрөндө. Хәле хөртәйә бара. Йәше лә бит туғыҙ тиҫтәгә бара.

                                              * * *

Батша һалдаттары Кинйәне таба алманы. Ауылдаштары ҡайҙалығын белһә лә, бер ни әйтмәне. Ауылды яндырҙылар ҙа, ҡырҡ йыл был урынға ҡабат ауыл төҙөргә тыйыу һалып киттеләр. Ауыл халҡы тәүҙә Туҡ йылғаһы буйына күсеп ултырҙы. Тик ярым урманлы далаға күнеккән ауылдаштар, ҡола ялан яҡтарын үҙһенмәне. Йорт һалырға ағас та юҡ тиерлек. Өс йәй йәйләгәс, кире Көйөргәҙе буйына, үҙ биләмәләренә ҡайттылар. Элекке ауылдан аҙ ғына өҫтәрәк яңы ауыл төҙөнөләр. Ул ауыл Сәғит ауылы тип атап йөрөтөлдө. Халыҡ бик миктәгәнлектән тәүге йылдарҙа ер соҡоп, өйҙәр төҙөнөләр. Ағастан һалынған йорттар өс кенә ине. Шуға күрә күрше ауылдағылар был ауылды Өсөйлө тип тә атаны.

Был урын ниңәлер ҡот бирмәне. Мал үрсемәне, кешеләр йыш ауырыны. Тыуым да кәмене. Ауыл аҡһаҡалдары бик ныҡ уйланды. Сәғит менән Ҡуҙыйәхмәт Кинйә Абыҙҙың улдары булараҡ, нисек тә элекке ҡотло урынға ҡайтыу яғын уйланы.


                                                * * *

Рәсәй сиген ҡайҙан сығыу урынын да билдәләгән булып сыҡты Кинйә абыҙ. 146 линияла, ҡасандыр бергәләп Пугачев отрядында йөрөгән ауылдашы Хөсәйен Төлкөсурин тора икән. Уның менән күптәндән таныштар. Ауылын, Уралын һағынған саҡта әллә күпме уҡталды Кинйә абыҙ ауылына. Шулай көндәрҙең береһендә Рәсәй менән Ҡаҙаҡ сигенә хәтле барып етте. Шунда осрашты ла инде Кинйә Абыҙ Төлкөсура менән. Ауыл тирә яғын, туғандарын һорашты. Халҡы һаман элекке ауыл урынына күсенә алмай аҙаплана. Изге ҡарама ултырған урын йәтимһерәй икән.

-Ике -өс йылдан күсенербеҙ, тип торабыҙ, Сәғит шулай тине,- тигән ине . Хәҙер ул осрашҡанға биш йыл булып бара.

Кинйә абыҙҙы таба алмағас, уның балаларына уҡталды батша һанаттары. Тик уларҙан ғәйеп таба алманылар. Һеләүһендең дә, Сәғиттең дә, Ҡуҙыйәхмәттең дә ир балаларын, батшаның әмере буйынса, ҡайҙалыр оҙаттылар. Кинйә был хәбәрҙе ишеткәс, үтә ныҡ ҡайғырҙы. Шулай уҡ уның нәҫеле ҡалмаҫмы икән ни!? Ярай әле Мәхүпьямалындағы улы Иҫәнаман иҫән икән? Бар ышаныс унда! Ул төндәр буйы йоҡламай уйланып сығыр булды. Нисек тә ҡайтып, һуңғы төйәген тыуған ауылында табырға теләне.Иҫән ҡалған вариҫы менән осрашырға хыялланды. Аллаға төндәр буйы ялбарҙы.

Бына ул тулҡынландырғыс мәл килеп етте. Кинйә абыҙ утыҙ бер йыл буйы бергә йәшәгән әбейенә лә әйтмәгән ине. Юлға сығыр алдынан Унан да фатиха алырға кәрәк. Фатихаһыҙ Кинйә абыҙ бер эш тә башламай. Әле лә яйлап ҡына һүҙ башланы. Тик әбейе лә һиҙеп, белеп йөрөгән булып сыҡты.

-Һәр кемгә тыуған төйәк яҡын, мин ризалығымды бирәм. Ҡайт тыуған төйәгеңә, бәлки, туғандарың, ағай-энең менән күрешерһең, осрашырһың, л һүҙҙәр Кинйә абыҙҙы ҡанатландырҙы ғына.

-Рәхмәт, мин һинең изге күңелле икәнеңде беләм. Рәхмәт һиңә, һин булмаһаң, бәлки мин, иҫән дә булмаҫ инем. Мин һиңә бурыслымын. Юҡ, бер генә лә һинән айырылғы килмәй. Тик Тыуған төйәккә булған һағыш, ынтылыш көслөрәк икән шул. Мин һинең менән ошо һағышты, тыған төйәгемә булған ынтылышты еңә алдым. Сөнки шулай кәрәк ине. Әлбиттә, бында һинең дә ярҙамың булды. Үҙем генә түҙмәҫ инем.

                                                   * * *



Ҡаҙағстан төйәге артта ҡалды. Улар Алдан һөйләшеү буйынса Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә 146 линия аша сыҡтылар. Ә бит киткәндә лә тап ошо юҫыҡтан сығып киткән инеләр. Сығып китеүҙәренә 33 йыл була инде. Тыуған төйәген күреү, Кинйә абыҙ өсөн бик шатлыҡлы булды. Ана Ырымбур ҡәлғәһе. Бында ҡасандыр башҡорттарҙы язалайҙар ине.

Кинйәнең ҡапыл һулышы ҡыҫылды. Күҙ алды томаланды. Ул Байғолға;

-Ҡайтыуын ҡайтып еттек тиерлек, ниңәлер хәлем насарая,-тине.

-Тағы ла ат тояғы менән бер көнлөк юл ҡалды. Аттарҙы ял иттерәйек, һин дә хәл алырһың. Юл йонсота инде ул, тип, ике егетте яҡындағы ауылға ҡымыҙға ебәрҙе.

Тик Кинйә абыҙға егеттәр алып килгән ҡымыҙ ҙа ярҙам итмәне. Ул:

- Тиҙерәк ҡайтайыҡ, ауылыма ҡайтып етеп өлгөрәйек,-тине. Аттар яйлап ҡына ҡуҙғалды. Кинйә абыҙ ҙа тынысланғандай булды.

Их, ҡул һуҙымы ғына ара ҡалды ла бит, ҡайтып етерме Кинйә абыҙ ғүмере буйы талпынған тыуған төйәгенә. Ылау ауылға кереп етте, иң остағы йорт алдында туҡталды. Бөтә ауылға « Кинйә абыҙ ҡайтҡан» тигән оран яңғыраны. Кинйә абыҙҙың беренсе һүҙе : минең балаларҙы саҡырығыҙ, -булды.

Сәғит, уның артынан Ҡуҙыйәхмәт килделәр. Кинйә Иҫәнаманды көтә ине. Уның артынан бер йәш егетте ебәрҙеләр. Иҫәнаман, дүрт улын, Һабансыны, Ғәбитте, игеҙәктәре Ғибаҙулла менән Ғәбиҙулланы, ейәнсәре Хәлилде эйәртеп килеп ингәндә Кинйә һуңғы минуттарын кисерә ине. Ул килеп етеү менән:

-Балам, Иҫәнаман, бөтә өмөт һиндә, ырыуҙы дауам ит. Беҙҙең нәҫел дауам итергә тейеш, ул хәлһеҙ ҡулдары менән Иҫәнамандың ҡулын тотто.Иҫәнаманға, уның эргәһендә теҙелеп торған ейән-бүләләренә байтаҡ ҡарап алғандан һуң, әкрен генә күҙҙәрен йомдо. Был уның һуңғы һүҙҙәре ине.

Үҙенең васыяты буйынса,Кинйә абыҙҙы тәүге ауыл урынына, тауҙың бейек еренә ерләнеләр. Ауыл халҡы, батша хөкөмәте белмәһен, өсөн әүлиә зыяраты тип йөрөттө. Өс йылдан һуң ауыл кире ошо ергә, үҙ урынына күсеп ултырҙы.

Был һуғыш башланыр йыл - 1812 йыл ине.

Май 2008 йыл Күмертау- Ермолаево - Яҡуп