0%

Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә! Дауыт Юлтый

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә! (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый


Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә!


һуҡа бабай, ситкә кит!
Ана килә трактор!
Зинһар, бабай, йыраҡ тор!
Ташла эште, боҙма ерҙе,
Ситтән генә ҡарап тор!
Ерҙе йыртып, өҙгөләп,
Ыҙан буйын һыҙғылап,
Үгеҙ төҫлө һөҙгөләп,
Сирәмдәрҙе боҙғолап,
Нисә йылдар йөрөһәң дә,
Күпме ерҙәр һөрһәң дә,
Ашлыҡтарың уңманы,
Бураҙнаһы тулманы,
Ҡоро йылда Аллаңдан
Һораһаң да булманы.
Ашлығыңды ауыҙ итеп,
Балаларың туйманы!
Улар хәҙер белделәр,
Яңы юлды күрҙеләр,
Иҫке юлды ләғнәтләп,
Йәһәннәмгә өрҙөләр,
Йәшел ҡырға һәйбәтләп
Һабандарын ҡорҙо лар;
Ер һөрөргә пар менән
Тракторҙы борҙолар.
Ниндәй еңел, аҙапһыҙ
Ай һөргәнде көн һөрә;
Ун һабанға бер атһыҙ
Ер һөргәнде кем белә?
Тррр, тррр... трактор!..
Зинһар, бабай, йыраҡ тор!
Һинән артыҡ эшләгәнде
Ситтән генә ҡарап тор!