Һунарсы Байғужа (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һунарсы Байғужа


Борон-борон заманда бер ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәгән. Ҡарт оста һунарсы булған. Бер ваҡыт батша, һунарсыларҙы йыйып, уларҙың иң шәбен һайлай, ти. Батша вәзирҙәре, ҙур бер урманды яҡ-яҡтан ау ҡороп ҡамап алалар ҙа, һайт та һойт итеп йәнлектәрҙе ҡыуалар икән. Бер яҡтан ғына йәнлектәргә сығыу юлы ҡалдырыла. Бына шул урынға ун бишләп Һунарсыны берәм-берәм ҡуялар. Улар ҡасып барған йәнлекте атырға тейештәр икән. Һунарсыларҙың береһе лә тейҙерә алмай, ти.

Теге ҡартты алып киләләр. Ул һәр бер йәнлекте йығып һалып ҡуйҙы, ти. Ҡалған һунарсылар, бының даны күтәрелеүҙән көйләшеп, уны алыҫҡа, урман эсенә алып барып, ҡарсығы менән ҡалдырып китәләр. Ҡарт менән ҡарсъгк урманда рәхәтләнеп йәшәп яталар, ти. Уларҙың бер улы донъяға килә. Уға Байғужа тип исем ҡушалар. Бер ни тиклем шатланышып йәшәгәс, ҡарт һунарсы үлеп китә, ти.

Ҡарсыҡ менән улының бер ваҡыт аҙығы бөтә. Инде ни эшләргә? Ҡарсыҡтың ҡартынан ҡалған өс йөҙ һум аҡсаһы була. Ул, улын ҡалаға ебәреп, унан аҙыҡ-түлек алып ҡайтырға ҡуша. Ул йөҙ һум аҡса алып, һуҡмаҡ буйлап ҡалаға юнәлә. Оло юлға килеп сыға. Ни күҙе менән күрһен, бесәйҙе үкертеп туҡмайҙар, ти. Малай ҡарап тора ла ғәжәпкә ҡалып һорай:

– Ҡайҙа бараһығыҙ, ағайҙар? Бесәйҙе ниңә интектерәһегеҙ?

– Беҙ ҡалаға барабыҙ, бына ошо бесәйҙең тиреһен һыҙырып тапшырабыҙ, беҙгә аҡса кәрәк, – тиҙәр тегеләр.

– Һеҙ, ағайҙар, бесәйҙе миңә бирегеҙ, мин һеҙгә йөҙ һум аҡса бирәм, – ти малай.

Малай бесәйҙе ҡуйынына тыға ла әсәһе янына ҡайтып китә. Әсәһе көйәләнә:

– Икәүҙән өсәү булдыҡ, инде нисек йәшәрбеҙ икән? – ти. Бер аҙ торғас, тағы йөҙ һум аҡса биреп, әсәһе Байғужаны ҡалаға ебәрә. Улы тағы китә. Әлеге ергә еткәс, бер этте, ағас башына аҫып, интектереп ятҡан кешеләрҙе осрата, ти.

– Ағайҙар, был этте ниңә интектерәһегеҙ, һеҙ уны миңә һатығыҙ, – ти икән малай.

– Йөҙ һумыңды бир ҙә ал, – тиҙәр тегеләр. Шулай итеп, теге малай этте етәкләп әсәһе янына әйләнеп ҡайтып китә. Әсәһе тағы асыулана:

– Мин һине аҙыҡ артынан ебәрәм, ә һин тик тамаҡ һанын ғына арттыраһың! Инде ни эшләйбеҙ? – ти. Һуңғы йөҙ һум аҡсаны биреп, әсә улын тағы ҡалаға ебәрә.

Малай әлеге юлға барып етһә, юлсылар бер йыланды илертеп-ҡотортоп туҡмап алып баралар, ти. Малай был йыланды ла һатып алып ҡайтып китә. Әсәһе төн буйы йонсоп, ҡайғырып

сыға,

– Был йылан үҙебеҙҙе йотоп ҡуя бит хәҙер, – ти әсә.

Ә йылан, өйҙө ике тапҡыр уратып алып, ҡарсыҡтың әрләшеүенә ҡолаҡ һалып ята икән. Иртә менән малай тышҡа сыҡһа, теге йылан телгә килә, ти:

– Әсәйең ниңә былай йонсой, әллә риза түгелме берәй нәмәгә? – тип һорай. Малай бар хәлде йәшермәй һөйләп бирә. Шул ерҙә йылан малайға әсәһе менән хушлашырға ҡуша:

– Әйҙә, бергә-бергә киттек, – ти.

Байғужа әсәһе менән хушлаша ла, әсәһенең риза булмауына ҡарамайынса, йылан менән сәфәр сығып китә. Былар бара торғас, аяҡ баҫҡыһыҙ күп йыландар һыҙғырышып ятҡан ергә килеп етәләр, йылан малайға күҙен йомоп, үҙенең артынан бер иле дә ҡалмайынса барырға ҡуша. Йыландар, баш күтәреп, юл бирәләр. Былар шулай бара торғас, ер аҫтына инә торған юлға килеп сығалар. Малажға көтөп торорға ҡушып, йылан үҙе эскә инеп китә. Был йылан аждаһа йыландарҙың улы икән. Атаһы-әсәһе улының ҡайтыуына бик кинәнәләр:

– Кем генә һине ҡотҡарҙы? – тип һорайҙар.

– Теймәҫ булһағыҙ, әйтәм, – ти йылан. Ата-әсәһе теймәҫкә вәғәҙә бирәләр. Йылан егет янына сыға ла уны эскә алып инә. Малайҙы ике-өс көн буйына бик яҡшылап ҡунаҡ итәләр. Бер көндө йылан егетте тышҡа алып сыға ла:

– Атайым һиңә үҙең күтәргәнсе алтын бирергә итә. Ә һин алтынды алма, уның ҡулындағы алтын балдағын һора. Ул тикән генә түгел. Уны кис менән сытын һыҙғыртһаң, пәрейҙәр йыйылалар, улар, ни ҡушһаң, шуны эшләп бирерҙәр, – ти.

Байгужа ҡайтырға әҙерләнә. Уға ҡарт йылан үҙе күтәрә алғансы алтын тәҡдим итә. Тик егет риза булмай, балдаҡты һорай. Ҡарт уңайһыҙланып китә. Шунда улы һүҙгә килә:

– Атай, балдағың минән дә ҡыйбатмы ни? – ти. Ҡарт риза булып, балдаҡты егеткә бирә. Йылан быны килгән юлдан сығарып, оҙатып тороп ҡала.

Егет өйөнә ҡайтып инһә, әсәһе бер мөйөштә, эт менән бесәй икеһе ике мөйөштә яталар, ти. Аслыҡтан интегеп, күҙҙәре эренләп бөткән, ти. Хәҙер ни эшләргә? Кис булып, мәҙе ваҡыты еткәс, егет, тышҡа сығып, балдаҡты һыҙғыртып ебәрә. Пәрейҙәр йыйылып китә:

– Егет, һиңә беҙҙән ни кәрәк? – тип осоп төшөп торалар, ти.

– Күккә еткән күк һарай төҙөгөҙ. Бөтә мөмкинлектәре, һәр төрлө аҙыҡтары булһын, ти, егет. Пәрейҙәр йән-фарман эшкә тотоналар. Ҡайһыһы бура бурай, ҡайһыһы атлыҡ, мал үҫтерә, ҡайһыһы йорт, баҡса, ҡура яһай, ти. Таң атыуға йорт әҙер булды, ти. Иртә тороп сыҡһа, ҡарсыҡ, йортто күреп, хайран ҡалды, ти. Югереп барып улын уята. Улы һарайға иҫе китмәй генә:

– Әсәй, әйҙә яҡшы итеп бешерен, – ти.

Шул көндән алып былар яҡшы итеп йәшәп китәләр.

Бер ваҡыт мәҙе ваҡытында егет балдаҡты тағы һыҙғыртып ебәрә. Пәрейҙәр йыйыла ла:

– Егетем, тағы ла ни кәрәк? – тиҙәр. Егет бәүелеп кенә торған кырандас егелгән, йылтыр еҙ ышлыялы, ҡара тояҡлы пар ат һорай. Егеттең теләгәне шунда уҡ алдына килә. Егет, әсәһен кырандасҡа ултыртып, батша ҡыҙын кәләшлеккә һорарға ебәрә. Әбей бара, үҙенең йомошон әйтә, Әбей үҙенең һорауын әйткәс, батша көлөмһөрәй ҙә үҙ шартын ҡуя:

– Күккә еткән һеҙҙең йорттан минең йортҡа тиклем улың хрусталь күпер һалдырһын, уның аҫтынан һөт, бая йылғаһы ағып ятһын. Күперҙең ике яғында төрлө емеш ағастары үҫеп, бешеп, емештәре ергә төшөп ултырһын, һандуғастар туҡтауһыҙ һайрап торһондар, – ти.

Әсәһенең ҡайтып етеүе була, мәҙе төшә. Мәҙе етеү менән егет, пәрейҙәрҙе тағы йыйып алып, эшкә ҡуша. Таң атыуға барыһы ла батша әйткәнсә була. Егет, атына ултырып, батша ҡапҡаһы янынан барып әйләнә.

Туй ваҡыты етә Егет әсәһен, этен, бесәйен алып туйға бара. Ҡыҙҙың еңгәләре кейәүҙең серен белергә тырышалар. Егет әйтмәй. Быны бик ныҡ эсерәләр, был һаман өндәшмәй. Тағы нығыраҡ эсерәләр. Иҫереп китеп, егет, маҡтанып, балдағын күрһәтә.

– Бына ҡайҙа ул минең серем!– ти. Еңгәләре быны иҫерткәнсе эсерәләр ҙә, балдаҡты ҡулынан алып, үҙен тиҙәклеккә ташлайҙар. Ә батша ҡыҙы бер пәрей менән ҡасып китә.

Иртә менән тиҙәк түгеүсе егетте таный ҙа батшаға барып әйтә. Егетте батша алдына алып киләләр. Батша уға өс сәғәт эсендә ҡыҙҙы табып килтерергә ҡуша.

– Был ваҡыт бик ҡыҫҡа, өс көн бир, – ти егет.

– Ярай, өс көн булһын, – ти батша.

Егет, атына ултырып, үҙе менән этте, бесәйҙе алып, юлға сығып китә. Юлда барғанда бесәй:

– Ҡорола булһа, мин табам, – ти.

– Һауала булһа, мин табам, – ти эт.

Баралар, баралар, ти, былар. Бара торғас, бер ҙур һыуға килеп еттеләр. Байғужа һыу буйында аты менән тороп ҡала, ә теге эт бесәйҙе ултыртып ала ла һыуҙы арҡыры йөҙөп китә. һыу аша сыҡҡас, эт һыу буйында ҡала, бесәй бер үҙе эҙләп китә. Эй китә, эй китә, китә торгас; ул бер туп-тумалаҡ өйгә барып етә. Өйгә инеп китәйем тиһә, ишеген тапмай. Эҙләй торғас, ишекте эҙләп таба ла ишек асылырҙы көтөп ултыра. Ишек асылыуға, йылт итеп өйгә инә лә һике аҫтына югерә. Өйҙәгеләр:

– Ә йорт бесәйе килгән икән, – тип быға иғтибар дтмәйҙәр.

Кис була, хужалар йоҡларға яталар. Бында пәрейе менән батша ҡыҙы тора икән. Ут һүнеү менән үк, бесәй бер урынды ла ҡалдырмай балдаҡты әҙләй. Хатта усаҡтағы көлдө лә бөртөкләп ҡарай. Таба алмағас, бер хәйлә уйлап таба. Мыяулаған булып, хужалар янына һыйына. Шул арала ҡойроҡ осон хужа ҡатынының танауына тығып өлгөрә. Ҡатындың сөскөрөп ебәреүе була, ауыҙындағы балдаҡ ырғып китә. Бесәй тиҙ генә уны эләктереп ала ла урындыҡ аҫтына инеп боҫа.

Иртә менән ишек асылыуға бесәй сығып тая. Эткә ултырып йылға аша сығып килә, ти. Күн юл да китмәй. Эттең намыҫы килә башлай.

– Балдаҡты бесәй тапҡан тип әйтәләр инде, – тип уйлай ҙа бесәйҙән балдаҡты үҙенә биреүен һорай. Бесәй бирмәй. Эт бесәйҙе бер һелкетеп ала:

– Әгәр бирмәһәң, һыуға төшөрөп ебәрәм, – ти. Бесәй ҡурҡа ла балдаҡты эткә бирмәк булып ынтыла. Шул арала балдаҡ һыу төбөнә төшә лә китә.

Был икәү бик көйәләнеп, ярға кире йөҙөп сығалар. Шунда балыҡсылар балыҡ тотоп йөрөйҙәр икән. Балыҡсылар быларҙы йорт бесәйе менән йорт эте тип ҡабул итәләр. Күп итеп балыҡ тоталар ҙа таҙартырға ултыралар. Балыҡтың эсен бесәй менән эткә ырғыталар.

Бер балыҡ эсенән бер ауыр нәмә килеп сыға. Бесәй быны тиҙ генә элеп ала ла былар икәүләп балыҡсылар эргәһенән таялар. Был әлеге балдаҡ икән. Хәҙер эт бер ҙә балдаҡты үҙенә биреүен һорамай, ти. Һыуҙан аша сығып, балдаҡты егеткә тапшыралар ҙа былар, өсәүләп батша янына әйләнеп ҡайталар. Батшаға ҡыҙының пәрей менән ҡайҙа тороуын һөйләп бирәләр.

Батша ҡыҙҙы ла, пәрейҙе лә барып үлтереп килергә бойора, егеткә күп итеп ғәскәр бирә. Егет ғәскәре менән теге ергә барып етә. Пәрей менән ҡыҙ һаман да йоҡлап яталар икән. Егет уларҙың уянғандарын көтә.

– Йоҡлап ятҡан кешеләрҙе үлтерергә ярамай, – ти. Пәрей менән ҡыҙ уянып китһәләр, тирә-яҡ ғәскәр менән тулы. Ғәскәр һә тигәнсе быларҙы үлтереп, йорттарын туҙҙырып ташлай.

Был мәлде хрусталь күпер ватыла башлаған, ағастар һарғайған, йылғалар кипкән, ҡоштар осоп киткән булалар.

Батша барыһын да яңыртырға ҡуша. Егет балдаҡты һыҙғыртып ебәрә, пәрейҙәр йыйылып киләләр. Егет ҡушыуынса, улар күперҙе өр-яңынан һалып ҡуялар. Күпер аҫтынан һөт, бал йылғалары аға. Тирә-яҡта төрлө емеш ағастары, емештәре бешеп өлгөрөп, ергә ҡойолоп торалар. Һандуғастар ҙа, башҡа ҡоштар ҙа сутылдашып һайрап ултыралар, ти.

Барыһы ла яңынан эшләнгәс, егеткә батша кесе ҡыҙын бирә. Байғужа уға өйләнә. Гөрләтеп туй яһайҙар, һуңынан, уйнап-көлөп, рәхәт ғүмер итәләр.