Һис тә юҡҡа түгелдер

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һис тә юҡҡа түгелдер
автор Ансар Нуретдинов (Айсар Үҙәнбаев)
Ижад итеү ваҡыты: 2014. Нәшер ителгән: 2014. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. // Һис тә юҡҡа түгелдер // «Башҡортостан» гәзите, 2014, 1 октябрь.



Һис тә юҡҡа түгелдер

Институтта уҡыған егет дуҫлашып йөрөгән һабаҡташ ҡыҙын ата-әсәһе һәм туғандары менән танышты­рырға алып ҡайта. Теләктәре береккәненә баҫым яһап, өйләнешергә уйлауҙарын да әйтеп һала. Буласаҡ килендең урыҫ милләтенән булыуы егеттең өләсәһенә бигүк оҡшап етмәй. Яратҡан ейәненең яҙмышын ят бауыр менән бәйләргә йыйынғанын өнәмәгән әбей тураһын әйтә. Быға тиклем һүҙгә артыҡ ҡыҫылмаған ҡунаҡ ҡыҙының: «Мин башҡортса ла беләм», – тип белдереүе оло кешегә аяҙ күктә йәшен атҡандай тәьҫир итә.

Элек совхоз бүлексәһе булған, башҡорттар менән урыҫтар татыулыҡта һәм дуҫлыҡта ут күрше йәшәгән Атарша ауылында оҙаҡ йылдар балалар уҡытҡан Дулли Исрафил ҡыҙы ошо тормош сәхифәһен беҙгә лә бәйән итте. Ул ата-әсәләрҙең һорауы буйынса үҙе етәкселек иткән класта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан. Мәҡәлә башында телгә алынған ҡыҙ нәҡ ошо класта уҡыған.

Башҡорт телен «һыу кеүек эскән» урыҫтар Атаршала бөгөн дә бар. Бына ошо түгелме ни ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы өсөн ысын бәхет?! Дулли апайҙың хеҙмәте ниндәй уңышлы булған! Дан-шөһрәт артынан ҡыумай, маҡтаулы исем дауламай, етәкселәрҙән ара-тирә байрамдарҙа ишеткән бер аҙ йылы һүҙгә әүрәп, йәшлегендә һайлаған һөнәренә тиҫтәләрсә йыл тоғро булып йәшәгән дә йәшәгән. Уҡыусыларҙың, ата-әсәнең ихтирам-хөрмәтенә, ысын күңелдән әйтелгән рәхмәтенә шатланып, илһам алып эшләүҙең һөҙөмтәһелер был.

Әле 75 йәшлек юбилейына төрлө тарафтан йылы ҡотлауҙар ҡабул иткән уҡытыусы-ветеран Дулли Исрафил ҡыҙы Ғарипова хозур тәбиғәтле Салауат районында, йәмле Йүрүҙәнде һыулаған 2-се Иҙелбай ауылында буй еткергән. Үҙ теләге менән беренселәрҙән булып фронтҡа киткән, Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышып, яу яланында батырҙарса һәләк булған атаһын аҙ ғына төҫмөрләгән ҡыҙҙың бала сағы ауыр йыл­дарға тура килә. Әсәһе Зәкиә Хафиз ҡыҙы, барлыҡ тыл хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, бөтә михнәттәрҙе башынан үткәрә, колхоз эшендә ҡатнаша, өс ҡыҙын аяҡҡа баҫтыра.

VII класты тыуған ауылында тамамлап, Арҡа­уылда урта белем алғас, ҡыҙ әсәһе бешергән түтәрәм икмәк һалынған тоҡсайын артмаҡлап, ҡырҡ саҡрымда ятҡан Мәсәғүт педагогия учи­лищеһына юллана.

— Башҡа һөнәр һайлау уйы башҡа ла килмәне, — ти ветеран, йәшлек хәтирәләренә бирелеп. – Апайымдың уҡытыусы булғаны ла, мөғәллим­дәремдең үҙ эшенә мөкиббән бирелгәнлеге лә быға булышлыҡ иткәндер.

1958 йылда 19 йәше лә тулмаған ҡыҙҙы Балаҡатай районының Красный Муравей ауылына бәләкәй комплектлы мәктәпкә тәғәйенләйҙәр. Биш йылдан белем усағының етәксеһе итеп ҡуялар. Ун өс йыл буйы ошо йөктө уңышлы тартҡан уҡытыусыны артабан Атарша һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә күсерәләр. Ветерандың дөйөм эш стажы — 40 йылдан ашыу, хеҙмәт кенәгәһендә берҙән-бер яҙыу бар.

Республиканың төньяҡ-көнсығышында урын­лаш­һалар ҙа, Балаҡатай менән Салауат райондары сиктәш түгел. Дулли апайҙың тыуған ауылына ла алыҫ ҡына. Яҙмышы шулай булғандыр инде: ошо төйәктә үҙ яртыһын таба Йүрүҙән һылыуы. Совхоздың алдынғы механизаторы Фәйзулла Мәүлит улы менән бөгөн үҙаллы тормош юлынан ныҡлы атлаған ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ололары Фаил атаһы өлгөһөндә игенсе һөнәрен үҙ иткән. Комбайнсылар араһында бер нисә тапҡыр район чемпионы ла булған. Наил иһә Яңы Балаҡатай балалар-үҫмерҙәр мәктәбендә йәш шахматсылар тәрбиәләй, төпсөктәре Гүзәл – сауҙа эшендә. Үкенескә ҡаршы, ире иртә гүр эйәһе була, Дулли апай бөгөн донъяны бер үҙе көтә.

– Яҙмышымдан уңдым, — ти ул ҙур ғорурлыҡ менән. – Ғүмеремде яратҡан эшемә арнаным. Элекке уҡыусыларым әле лә рәхмәт әйтә. Атарша мәктәбе коллективының яртыһынан ашыуы, шул иҫәптән уның етәксеһе – минең тәрбиәлә­неү­селәрем. Мәсәғүт педагогия училищеһын ғына ла апайымдың ике улы, үҙемдең ике ейәнсәрем тамамланы. Әле яңыраҡ һанап ултырҙым: беҙҙең нәҫелдә был ауыр, әммә изге хеҙмәт вәкилдәре 250-нән ашыу!

Эйе, ерҙә яҡты эҙ ҡалдырып, күптәрҙе үҙ һөнәренә ылыҡтырып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ветеран. Уның йәмәғәт эштәренең урта­һында ҡайнағанын, тиҫтә йыл халыҡ судында заседатель булғанын, район кимәлендәге фес­ти­валдәрҙә әүҙем ҡатнашҡанын да өҫтәһәң, ысынлап та, таң ҡалырлыҡ шул. Шуға ла Дулли Исрафил ҡыҙының, популяр йырҙа әйтелгәнсә, «Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер» тиергә тулы хоҡуғы бар.


Айсар Үҙәнбаев.


Балаҡатай районы.


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.