Jump to content

Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә


Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә,
Мин бит һине ғүмер буйы көтөп алдым.
Ҡырыҫ ҡарашыңдан ҡаушай-ҡаушай,
Наҙҙы быуып, берсә туңдым, берсә яндым...

Йәнәшәлә генә йәшәһәк тә,
Мәңгелеккә айырылғанбыҙ ике ярҙа.
Бер-береһен аңлай алмаҫ ике донъя -
Бер-береһенән алыҫ аҡҡан ике даръя...

Юҡ, яҙманы, мең ҡат тетрәндереп,
Һинең йәнде ҡараштарым менән өтөү!
Һин эргәмдә генә йәшәһәң дә,
Бар ғүмерем булды, ахыры, һинән китеү.