Гел генә йылмаймай тормош –
Күктәр гел аяҙ тормай.
Ҡап-ҡара болот ҡуйырып,
Ямғыры көндө урлай.
Тәҙрәнән тышҡа уфтанып
Ҡарап тик ултыраһың.
Хәтер дәфтәрен аҡтарып,
Яңыһын тултыраһың.
Һөйөклөм, һинең булмыш та
Ҡар-боҙло ямғыр һымаҡ.
Йөҙөмә һалҡын ел бәрә…
Әйтерһең, бер арғымаҡ
Сабып үткән саҡта, мине
Ҡойондора таш-ҡомға,
Үҙе сума офоҡтағы
Күк ялмаған ташҡынға…
Шәфәғе ҡан төҡөн алыр,
Шәмәреп таңы атыр.
Шым ғына ҡайтҡан атыңдың
Шәрифе – Аҡбуҙаттыр.