Jump to content

Һау булһын балаларым…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Һау булһын балаларым… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.23014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Болоҡһоу көн һыҙландыра –
Кәмейҙер самаларым…
Эй, Хоҙайым, әлдә генә
Иҫән-һау балаларым!

Үҙем өсөн уй-хәсрәтте
Тәрәнерәк күмермен,
Балаларым һау булһалар,
Ҡалғанына күнермен.

Ваҡ-төйәк хәсрәттәр менән
Йөрәгем тулған инде,
Балаларыма ел-ямғыр
Теймәһә булған инде…

Ҡаплармын ел-бурандарҙан,
Бәләнән аралармын…
Үҙең һаҡла, Хоҙайҡайым,
Һау булһын балаларым!

Кешегә иткән ярҙамым,
Изгелегем хаҡына
Һау булһындар балаларым –
Етә ошо хаҡ ҡына…