Һауа торошо. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Һауа торошо


Мәскәүҙәрҙән һуңлап өс тәүлеккә
Көн асырта, баҫа болоттар,
Һыуыттымы, беҙгә нәүбәт тиеп
Әҙерләнә тора толоптар.

Уҫалыраҡ килә әммә сасҡау,
Яндырараҡ килә аяҙҙар,
Һыуҙар баҫа, ужымдарҙы йыуып,
Быуаларҙан ауа таяуҙар.

Мин күргәнде күр, тип мәркәз ҡала
Бер оҙата йәшен, бер - дауыл,
Күкрәүҙәрҙән сатнап һынып китә
Саҡрым ғына һанар һырғауыл.

Һырғауылһыҙ - ара «яҡыная»,
Ҡул һуҙымы ҡала мәскәүҙәр,
Минеке тип, бир тип, ер байлығын
Талап ала туймаҫ мәскәйҙәр.

Мәскәү ҡушҡас, ҡанаттарын ҡырҡтыҡ
«Суверенит(ет)» тигән бөркөттөң,
Тырнаҡтарын киҫтек - шәп ҡош булды!
Осмай хәҙер донъя өркөтөп.

Яуым-төшөм бер ишерәк тә ул,
Башҡасараҡ миҙгел ҡануны,
Беҙгә ҡотоп боҙо яҡыныраҡ,
Алыҫыраҡ шәреҡ самумы.

Арбаттарҙа әле яҙҙар ярһый,
Өфөләргә һуңлай аҙналап,
Һәм көҙ-ҡыштар бойороҡ көтөп тормай,
Юл аҡсаһы һурмай ҡаҙнанан,
Килеп етә.
Мәркәз яһаҡ көтә -
Өлөш тейеш яңы уңыштан.

Үҙебеҙгә ярай тишек-тошоҡ,
Баш ҡалаға кәрәк мул ыштан.
Йыртыҡтарға ямау һала-һала,
Урал һыуығынан ҡорошоп,
Ҡыш сығабыҙ.
Беҙҙә ҡыштар оҙон...
Үҙгәрт, Мәскәү, һауа торошон...


2000