100%

Һанарға өйрәнәм: Өс. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Өс
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Өс


Өс менән игеҙ туғандай
Яҙыласы “З” өнө.
Шуға “Зилә - Өсилә” тип
Ирештерҙем бер көнө.
Ә ул мине Гүөсәл тип
Үсекләргә тотондо.
“Ғәфү ит тә ғәфү ит”, - тип
Үҙенән саҡ ҡотолдом.


Өс мөйөшлө бөйөрөктәр
Бешерҙем мин байрамда,
Ниндәй оҫта икәнһең тип
Әсәйемдәр хайрандар.
(Дауамы – 6 һанында)


2012