Jump to content

Һанарға өйрәнәм: Сәйәхәт. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Сәйәхәт
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Сәйәхәт



Дуҫым менән мин
Йыйындыҡ юлға.
Артмағыбыҙға
Әйберҙәр тулған.
Ярты көн барҙыҡ,
Арыныҡ – талдыҡ,
Урман ҡырында
Туҡтап хәл алдыҡ.
Сығарҙыҡ шунда
Артмаҡтан йөктө,
Сәйҙе, шәкәрҙе,
Алма, өрөктө.
Әсәйем миңә
Өстаған һалған,
Бәй-бәй, дуҫым да
Алған өстаған.
- Ниңә, - ти дуҫым, -
Алманың сәйнүк?
Өстаған – икәү
Аҫыр нәмә юҡ.
Шундай һыуһатҡан,
Эҫе, ят та үл.
Тағандар – (алтау),
Сәйнүгебеҙ - … (нуль).


2012