Jump to content

Һанарға өйрәнәм: Кемгә нисә йәш? Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Кемгә нисә йәш?
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Кемгә нисә йәш?



Тағы ҡунаҡ, тағы миңә
Ҡарап тора йылмайып,
Һиҙҙем инде, нисә йәш, тип
Һорар ул да, моғайын.
Юрый хәҙер был һорауға
Ошолай яуаплайым:
- Атайыма алты тула,
Утыҙ биштә - апайым.
Етмеште ҡыуа әсәйем,
Өләсәйгә - ун ике,
Ә үҙемә - утыҙ ғына, -
Тип теҙеп һанап киттем.
Аптырап ҡарай ағай,
Тома наҙанға һанай.
Ә мин шаяртып көләм,
Сөнки дөрөҫөн беләм:
Етмешкә еткән өләсәй,
Утыҙ биштә - атайым,
Утыҙы тулған әсәйҙең,
Ун икелә - апайым.
Ете йәшкә еткән егет
Шуны белмәй ти микән!
Ниңә ололар һорауҙы
Гел бер иш бирә икән?


2012