100%

Һанарға өйрәнәм: Ике. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ике
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.



Ике


Ике-ике-икеле,
Ике аҡҡош шикелле,
Һонған оҙон муйынын,
Өҫкә борған ҡойроғон.


Ике ҡолаҡ, ике күҙ,
Ике яңаҡ, ике ҡул,
Ике тубыҡ, ике үксә,
Береһе уң да, береһе һул.


Күп тыңларға – ҡолаҡтар,
Күп күрергә - күҙҙәрем,
Ауыҙым берәү генә -
Аҙ сыҡһын тип һүҙҙәрем.


2012