Jump to content

Һалдатҡа алынған бер дуҫыма. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Һалдатҡа алынған бер дуҫыма (Шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917.


Һалдатҡа алынған бер дуҫыма


Аңланыҡ, белдек хәлеңде: килде тауышың таң менән,
Килде тауышың, тыңланыҡ та иланыҡ бер тәм менән.

«Мин эләктем, китте баш. Хуш, хуш...» — тигәнһең ҡайғырып,
Шатланып, ҡайғыңды ҡотлайбыҙ хәйерле фал менән.

Һелтә ҡулды донъяһынан, кер әжәл баҙарына,
Ҙур йәнеңде хур итеп йөрөмә ҡәҙерһеҙ тән менән.

Кер һуғышҡа һәм, тәнеңде ҡанға ташлап, күккә ос,
Ниндәй мәғәнә бар йыһанда йән ҡыйнап торған менән?

Күккә ос; күктә тыныс, бында һуғыш, ҡулда ҡылыс,
Бында эштәр ҡурҡыныс, ер-һыу буялды ҡан менән.

Вәхши күҙ, шаҡшы күңел, алдаҡсы тел донъя тулы,
Күпме-күпме тоғролоҡ ҡорбан була ялған менән.

Аҡ күңелде таплатып, ҡиммәт намыҫты тапатып,
Торма ерҙә, эй, бөйөк выждан, йыйын шайтан менән!


1910

|