Jump to content

Үҙ һүҙем бар. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Үҙ һүҙем бар. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.05.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Сит илдәргә ҡыҙыҡмайым –
Үҙ илем бар,
Матур ерҙәр күп булыр ул –
Үҙ ерем бар,

Артыҡ шәптән булмаһа ла
Үҙ эшем бар,
Батша улы түгел, ләкин
Үҙ кешем бар.

Сит ярҙамһыҙ донъя көтәм –
Үҙ көсөм бар,
Көнләшмәйем сибәрҙәрҙән –
Үҙ төҫөм бар.

Ҡатлы һарай кәрәк түгел –
Үҙ йортом бар,
Сит бәхеткә ҡыҙыҡмайым –
Үҙ ҡотом бар.

Күмәк эҙҙәр араһында
Үҙ эҙем бар,
Кеше һүҙен ҡабатламам –
Үҙ һүҙем бар.

Мин тутыйғош түгел, минең
Үҙ һүҙем бар,
Шул үҙемде хөрмәт иткән
Мин үҙем бар!