0%

Үҙем дә ҡурҡып торам…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Үҙем дә ҡурҡып торам! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 18.08.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Үҙем дә ҡурҡып торам!


Үҫмер саҡта утыҙ йәшлек
Апайҙар эй ҡарт ине:
Йәшлектәре үткән кеүек,
Өйҙә генә ят ине!

Үҙебеҙ утыҙға еткәс,
Күңел башҡаса теләй:
Ун һигеҙҙә – бала-саға!
Илле йәштә –ағинәй!

Ә ҡырҡ биштә… Йөрәк дәрте
Тора ташып-артылып,
Еләк кеүек тулып бешкән,
Аша, торма тартынып!

Алтмышҡа аяҡ баҫҡанда
Көс кәмерәк, дәрт етә,
…”Өләсәй,”- тиһә егеттәр,
Бер аҙ йәл булып китә…

Киләсәктә ни көтәлер –
Үҙемсә фараз ҡорам,
Серҙе асам: һикһәнемдән
Үҙем дә ҡурҡып торам!


18.08.2014