0%

Үҙемә бүләк. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Үҙемә бүләк (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Үҙемә бүләк


Ғүмеремдә тәү тапҡыр мин
Үҙ-үҙемде яратам.
Үҙ-үҙемә бүләк бөгөн
Алһыуланып тыуған таң.

Үҙ-үҙемә бүләк ҡылам
Бынау сихри шәфәҡте.
Яңғыҙлығым, ни ғәжәптер,
Алмай инде тәҡәтте.

Был хәлемдә иң матурға,
Иң батырға тиңләшәм.
Шәфәҡ эстәренән миңә
Хоҙай үҙе өндәшә.

Хоҙай үҙе хәбәр һала:
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Матурлыҡҡа бер күҙ һирпеп,
Әжерҙәрен түләгеҙ!

Әжеренә ни бирәйем?
Мөхәббәтле ҡарашты!
Мөхәббәтем артһын һиңә,
Яҡтыртып бар тарафты.