Үрҙәргә үрләүселәр бар
Кеше башына баҫып,
Инеүселәр бар ябыулы
Ишекте тибеп асып.
“Нахаллыҡ- икенсе бәхет”-
Ундайҙарҙың девизы,
Кешеләрҙә юҡ хәстәре,
Йәшәй алһын тик үҙе.
Кәрәкмәй икенсе бәхет,
Беренсеһе лә етә,
Бары үҙемдеке булһын,
Тик үҙемдеке генә!
Өлөшкә төшкән көмөшөм,
Үҙемдеке – үҙемә,
Яҙымда булған бәхетем
Етһен ине көҙөмә.
Дан-шөһрәткә ҡыҙыҡмайым,
Байлыҡҡа китмәй иҫем,
Һау булһындар яҡындарым,
Бәхетле булһын илем.
Үрҙәргә үрләйһем булмаҫ
Кеше башына баҫып,
Инермен тик саҡырһалар,
Ишектәрен шар асып.