Jump to content

Үтә бит ул…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Үтә бит ул… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 10.12.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Үтә бит ул…


Хаталарға үкенестәр
Йөрәктәрҙе өтә бит ул…
Был донъяла бөтәһе лә
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Шатлыҡтарҙан шашҡан саҡтар
Йылдар үткәс, иҫтә бит ул…
Нисек кенә шатланһаң да,
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Һағыштар ҙа, ҡайғылар ҙа
Ҡайтмаҫ өсөн китә бит ул..
Сабыр итеп үткәр генә!
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Мөхәббәттең ярһыуҙары
Ғүмер буйы иҫтә бит ул…
Янып-көйөп яратһаң да
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Нисек кенә йәшәһәң дә,
Ахырҙары етә бит ул…
Матур итеп йәшәп үткәр –
Үтә бит ул, үтә бит ул…

Бөтәһе лә үтә бит ул...


10.12.2014