Йәйге урмандың мең-мең сәскәләре, төрлө-төрлө үләндәре, ағас-ҡыуаҡтары бөрккән хуш еҫ һәр төрлө сырхауҙан да дауалыр ул. Юғиһә, урман һауаһының тындарҙы иркенәйтеп, күңелде күтәреп ебәреүен, әллә ниндәй матур-матур хистәрго солғауын нисек аңлатаһың? Ысынлап та, йәйге урманда уҙғарылған бер көн ҡыштың бер айына торорлоҡтор ул. Бында һине әллә күпме асыштар көтөп тора. Һәр үлән, һәр ағас, һәр ҡошсоҡ, һәр бөжәк үҙе бер донъя.
Бер саҡ шулай урманда йөрөп арығас, ҡыуаҡлыҡ күләгәһенә ятып ял итергә булдым. Ләззәтле һауа йоҡоға талдырған.
Ә бер аҙҙан арыуҙы ер үҙенә һурып алғанмы ни! Күҙҙәремде асып ебәрҙем дә хайран ҡалдым. Ҡоштар сутылдаша. Әллә ниндәй, мин бығаса ишетмәгән, көйҙәр ишетелә. Ҙур-ҙур ҡалаларҙағы оло-оло оркестрҙарың ары торһон. Йырлашырҙар ҙа шул, июнь уртаһы бит. Һайрашығыҙ, әйҙә, һайрашығыҙ. Бер-ике аҙнанан һеҙҙе ҙур хәстәрҙәр көтә. Бала сығарғас, сутылдашыу ҡайғыһы китә ул.
Тубылғы шау сәскәлә. Хуш еҫтәрҙән баш әйләнә.
Баш осонда ғына эленеп торған үрмәксе ауына күҙ төшә. Мин уны иғтибарлап күҙәтә башлайым. Беҙҙең заманда туҡымаларҙың ниндәйен генә осратмайһың. Һинд, япон оҫталарының осоп ҡына торған ебәк туҡымаларын күреп хайран ҡалған бар. Ә үрмәкселәр һуң? Ошондай нескә ептәрҙән матур, үтә күренмәле туҡыма-сәңгелдәк туҡыу оҫталығы ҡайҙан килә быларға? Сәңгелдәк эсендә үҙҙәре лә, балалары ла иркәләнә. Бәй...Быныһы нимә? Ҡыуыш бит! Уймаҡҡа оҡшатып яһалған ҡыуыш. Йоҡлар урындары шулмы икән?
Ошоларҙы күҙәтеп тә бөтмәнем, күгәүен геүелдәгән тауыш ишетелде. Ул арала булмай, ҙур күгәүен үрмәксе ауы өҫтөндә өйөрөлә башланы. Берсә юғарыға атыла, берсә сәңгелдәкте уратып оса. Әйтерһең дә, майҙанға йәплерәк ултырырға самалаған самолет. Һәм шул ваҡыт ауҙан ергәсә һуҙылған саҡ-саҡ күренмәле еп буйлап бығаса сәңгелдәктә бәүелгән үрмәкселәрҙең береһе "һә" тигәнсе ергә шыуышып килеп төштө, ә икенсеһе йәһәт кенә ҡыуышҡа табан йүгерҙе һәм шунда инеп тә йәшеренде. Ә һауала геүелдәгән күгәүен бөтөрөлә биреп түбәнгә атылды ла йәшенмәй ҡалғандарының береһен эләктереп тә алды, ау тишелде... Нишләп былары ҡасып китмәне икән инде? Миңә был туҙҙырылған оя ла, уның яҡлауһыҙ хужалары ла йәл булып китте. Йыртылған ауға йәбешеп ҡалған үрмәкселәр һаман да урындарынан ҡуҙғалмай, йәшеренеү уйҙарында ла юҡ.
Текләберәк ҡараһам... Бәй... Былары тере түгел бит! Ҡара һин уларҙы! Баҡһаң, былары алдатҡыс ҡарасҡылар ғына икән. Вәт хәйләкәрҙәр. Дошманын бына нисек алдай икән улар. Оҫталар тиһәң дә оҫталар, исмаһам. Ау ғына үрә тиһәң, ҡыуыш ҡора, үҙҙәренә оҡшаш алдатҡыс яһай беләләр икән. Иллә алданды баяғы күгәүен.
Икенсе көндө мин ҡыҙыҡһынып, теге тубылғы янына килдем. Үрмәкселәр яңы ау үргән. Хәйер, әллә ау, әллә сәңгелдәк?
Әйткәндәй, үрмәкселәрҙең, туҡыма туҡымағандары ла була. Улары ҡарағай урмандарында, ерҙә йәшәй. Былары үҙҙәре һунарсы. Һунарға төнөн сыға. Урмандарға зыян килтереүсе май ҡуңыҙҙарын бик ярата был тәбиғәт санитарҙары.