0%

Үкенерлек түгел, Рәми ағай! Рөстәм Нурыев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Үкенерлек түгел, Рәми ағай!
автор Рөстәм Нурыев
.Нәшер ителгән: 2014. Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите. 2015 йыл, 3 ноябрь.


Яңыраҡ миңә Салауат районы башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашырға насип итте. Алда тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар булыр, етешһеҙлектәр кәмер, тигән уйҙар менән шатланып, ғорурланып, илһамланып ҡайттым унан. Өфө вәкиле булараҡ, йыйында мин дә телмәр тотҡайным. Ябай сығыш түгел, ә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән һөйләшеү рәүешендә булды ул. Фекерҙәремде донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе милләттәштәремә еткереү теләге менән гәзиттә баҫтырырға булдым.


«Башҡорт бөтә, телебеҙ үлә», тип зарланыуҙарҙың йышайыуына үкенеп ятаһыңдыр инде, Рәми ағай. Юҡ, һин үкенмә. Туған телебеҙҙе тыуған илдә һәм донъяла моңло йыр итеп яңғыратыусылар бихисап. Әле бына яңы быуын йәштәре үҫеп етте. Берҙәм, илһөйәр булыуҙары менән шатландыралар. Зинһар, һин уларҙы һуғыш уттарында яныуҙан, хәмер диңгеҙендә батыуҙан һаҡла. Милләтебеҙҙең киләсәге улар ҡулында, бер генә кешегә лә кәмемәһендәр. Дошман ҡотҡоһона бирелмәһендәр, маңҡорттар сафына баҫмаһындар. Ғилем эстәһендәр, аҡыл туплаһындар. Донъя малын да тапһындар, муллыҡта йәшәһендәр. Балаларын тиңдәр араһында тиң булырлыҡ, ғәҙел башҡорт итеп тәрбиәләһендәр. «Ҡош юлы», «Минең Рәми» кеүек сараларҙы күберәк һәм төрләндереберәк үткәрһендәр. «Башҡорт яңылыҡтары», «Башҡорт 2.0» һымаҡ ирекле мәғлүмәт саралары аша илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы донъяға танытһындар. «Башҡорт Энциклопедияһы»на һәм «Башҡорт Википедияһы»на кешелек туплаған барлыҡ ғилемде башҡорт телендә яҙып индерһендәр. Һәр яңы быуын белемде иң башта туған телендә өйрәнһен. Һәләтлеләре күпләп сит телдәрҙе үҙләштерһен, милләтебеҙҙең бәҫен тағы ла арттырһын.

Рәми ағай, бына ун йыл инде телһөйәр ирекмәндәр «Башҡорт Википедияһы»н төҙөй. Донъялағы 300-гә яҡын милли бүлек араһында беҙҙеке тәүге йөҙ иҫәбендә тора. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙҙан ситтә йәшәп, мәктәптә башҡортса уҡымаған милләттәштәребеҙ Википедия аша туған телен өйрәнә, уны камиллаштыра. Башҡорттар башҡа милләт ирекмәндәре менән аралаша, уларҙы Башҡортостан, халҡыбыҙ мәҙәниәте менән таныштыра, телебеҙҙе донъя киңлектәренә моңло йыр итеп яңғырата.

Ирекмәндәр эшендә билдәле ижад әһелдәре лә әүҙем ҡатнаша. Шағирә Гүзәл апай Ситдиҡова башҡортса «Википедия», «Викикитапхана», «Викиһүҙлек», «Викиөҙөмтә» проекттарында яҙыша, замана социаль селтәрҙәрҙә бихисап башҡорт төркөмдәрен ойоштороп, йәштәргә ололар нәсихәтен тарата. Һәләтле шағирә Фирүзә Абдуллина ирекмәнлек ҡомары менән үҙенең беренсе китабын — «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» исемле шиғырҙар йыйынтығын – нәшер итте. Әле икенсе китабын баҫмаға әҙерләй.

Эйе, туған телебеҙҙе тыуған еребеҙҙә мәңгелек йыр итеп яңғыратыусылар бар, киләсәктә лә буласаҡ. Бер ҡасан да үкенмәҫһең, Рәми ағай!