0%

Ҡәҙерле бүләк(шиғыр). Бөрйән Байым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡәҙерле бүләк (Шиғыр)
автор Бөрйән Байым
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡәҙерле бүләк


Тыуған көнөнә әсәйҙең
Бүләк әҙерләү кәрәк.
Шуға бөгөн йоҡонан да
Торҙом әле иртәрәк.
Йоҡа таҡтаны шымарттым
Тырышып йышҡы менән.
Дүрт тигеҙ киҫәккә бүлдем
Бәләкәй бысҡы менән.
Тимер ҡыҙҙырып, уларға
Биҙәктәр семәрләнем.
Тигеҙ генә итеп юнып,
Ситтәрен әҙерләнем.
Бөтә яҡтарын да бергә
Елемләп тоташтырғас,
Матур ҡумтаға әйләнде
Ябай ғына бер ағас.
Бигерәк шатланды әсәй,
Бүләкте ҡулға алғас.
— Миңә ул бик ҡәҙерле,— ти,—
Үҙең белеп яһағас!
 


1996 йыл