0%

Ҡәләмемдән тама моң ғына

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡәләмемдән тама моң ғына (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 23.07.1990.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (36-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠӘЛӘМЕМДӘН ТАМА МОҢ ҒЫНА


Ҡулдарымда ҡәләм, ишет әле, ғәләм,
Ҡәләмемдән тама моң ғына.
Яҙмышыма үҙем хужа, тиһәм,
Һөйөүемдә, ахыры, ҡол ғына.

Йөрәгемә аҡыл – теҙген, тиһәм,
Тәртә емерә бит хис-атым:
Йылдар көндәр кеүек елеп үтә,
Ғүмер сикле, тиеп, киҫәтеп.

Күңелемде биләй билдәһеҙлек,
Шик-шөбһәләр йөрәк кимерә,
Йәнем теләй, ас бер сабый кеүек,
Һөйөү-әсәй һөтөн имергә.

Йәнем теләй йәмгә ҡойонорға,
Наҙ һемергем килә күңелгә;
Йөрәгем – ҡош, осор һиңә генә,
Ҡарашыңдан һөйөү түгелһә…

Был ни хикмәт,
Йә, тәбиғәт,  һин әйт,
Ниңә изге йәндәй күренәм?
Хис йомғағын ашығып һүткән һайын
Серҙәреңә нығыраҡ төрөнәм.

Ҡулдарымда ҡәләм, ишет әле, ғәләм,
Ҡәләмемдән тама моң ғына,
Яҙмышыма үҙем хужа, тиһәм,
Һөйөүемдә икән ҡол ғына…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.