0%

Ҡыҙҙар китә ҡалаларға…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ҡыҙҙар китә ҡалаларға… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 01.05.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Ҡыҙҙар китә ҡалаларға
Матур тормош, бәхет эҙләп,
Ә егеттәр ерҙә ҡала,
Яҙмыштарын ергә бәйләп.

Матур тормош артыҡ ҡыйбат,
Осто осҡа саҡ-саҡ ялғап,
Йәшәй ҡыҙҙар ҡалаларҙа,
Бәхет көтөп, үҙен алдап.

Ә егеттәр ауылдарҙа,
Эш күп тә ул, ҡыҙҙар юҡ шул,
Кәләш алып, өй һалырға
Теләк бар ҙа, форсат юҡ шул.

Кем ауылда, кем ҡалала,
Һүнгән өмөт, үткән ғүмер,
Дөрләп янған хыялдарҙан
Күптән һүнеп, ҡалған күмер…

…Эх, башҡаса булһа ине!
Ҡыҙҙар ҡалһа ауылдарҙа,
Ауыл тулы буйҙаҡ егет
Кәләш алып, өйҙәр һалһа,

Улар матур донъя ҡорһа,
Тупырлашып бала тыуһа,
Ауыл яңы өйҙәр менән,
Бәхет-шатлыҡ менән тулһа,

Башҡорт затлы, милләт данын
Күтәрерҙәй улдар-ҡыҙҙар
Үҫтерерҙәр ине улар, -
Илгә кәрәк көслө ҡулдар!

Ауылдарҙан ғына сыға
Иң тырыштар, иң рухлылар,
Илдең таянысы булған
Талантлылар, заялылар!

Балаларҙан мәхрүм итеп,
Түгел бары үҙегеҙҙе,
Рәнйеттегеҙ атағыҙҙы,
Рәнйеттегеҙ әсәгеҙҙе,

Рәнйеттегеҙ халҡығыҙҙы,
Рәнйеттегеҙ илегеҙҙе,
Рәнйеттегеҙ ҡараусыһыҙ
Ҡартлыҡ килер көнөгөҙҙө…

Яңғыҙаҡтар ҡала тулы,
Яңғыҙаҡтар ауыл тулы,
Милләтемдең фажиғәһе –
Тыумайынса үлгән түле…