Ҡыҙым бәпәй таба. Нисә сәғәт
Юҡ исмаһам берәй хәбәре…
Үҙен тапҡанда ла ғазап менән
Ҡурҡмағайным ошо ҡәҙәре!
Йөрәк дарҫлап тора, башым тубал,
Тик бер генә фекер мейелә:
“Эй, Хоҙайым, балам ғазаптарын
Бүлеп бирһәң ине миңә лә!”
Йөрәгемде устарыма тотоп,
Ялбарамын һаман Аллама:
“Бәлә-ҡазаларҙан һаҡла бер үк,
Ярҙамыңды итсе балама!”
“Ҡыҙым ҡыҙлы булмай белмәҫ”, - тиҙәр.
Кемебеҙгә нимә асылыр?
Ә мин күптән беләм: балаларым –
Минең өсөн йәшәү асылы.
Ҡыҙым бәпәй таба… Эй Хоҙайым!
Ярҙамыңдан бер үк ҡалдырма!
Зинһар өсөн йәллә ҡыҙ баламды,
Тере килеш утта яндырма…