100%

Ҡыҙыл-һары-йәшел. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ҡыҙыл-һары-йәшел
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2011 йыл. Нәшер ителгән: 2012, март. Сығанаҡ: Аҡбуҙат, 2012, №3 • Хикәйә


Хикәйә

Бөгөн почтаға барып, гәзит-журналдарға яҙылырға кәрәк икән. Асмандың өләсәһе уларҙы күпләп алдыра,шуға күрә малай "Аҡбуҙат" журналын күптән белә һәм ярата.

Почтаға барыр өсөн әллә нисәмә юл аша уҙырға кәрәк.

Асман светофорҙарҙы күҙәтеп кенә бара: ҡыҙыл яндымы, ул төҫ алмашынғанды өләсәһе менән сабыр ғына юл ситендә баҫып, көтөп тора. Шунан һары төҫ тоҡана - ул оҙаҡ тормай, сөнки атларға мөмкин икәнде хәбәр генә итә. Шунан инде йәшел төҫкә сират етә - ул күңелле итеп балҡып, малайҙы юл аша сығырға саҡыра.

Малай юл билдәләрен белә лә башлаған инде.

- Ана, һары төҫтәге шаҡмаҡлы һүрәтте күрәһеңме? - тип һораны ул өләсәһенән, бағанаға беркетелгән ҡалайға күрһәтеп.

- Күрәм, ҡолонҡасым, ә нимәне аңлата ул?

- Төп юл икәнде, - малай шуны ла белмәгән өләсәһенә аптырап ҡарап, шулай тип яуапланы.

Өләсәһе ғәжәпләнде:

- Ә быны белеү нимәгә кәрәк?

- Бик кәрәк, өләсәй. Төп юлдан килгән машина алдан уҙырға тейеш. Ана бит, ихаталар эсенән күпме машина сыға, уларға көтөп торорға кәрәк. Улар көткән арала беҙ ҙә тротуарҙан уҙып өлгөрәбеҙ.

Өләсәһе әлдә юлға ейәне менән сыҡҡан, юҡһа, машина аҫтына эләгеп ҡуйыуы ла бар ине бит.

Шулай матур ғына һөйләшеп килгәндә, светофорһыҙ бер юл сатында өләсәһе малайҙы етәкләп алды ла йүгерә башланы.

- Ихата эсенән шәп итеп машина килә ине! - тине ул сығып еткәс.

Улар янынан ысынлап та бер автомобиль "выжт" итеп кенә уҙып та китте.

- Их, өләсәй, арҡырылай юл уҙғанын күргәс, туҡтап тирә-яҡҡа ҡарап алырға ине. Ул саҡта былай ахылдап йүгерергә тура килмәҫ ине! - тине малай. - Әлдә сығып өлгөрҙөк әле.

- Дөрөҫ әйтәһең, балам, - тип яуапланы өләсәһе. - Мин ҡарағайным да ул, машиналарҙы ихатаға шыплап тултырғандар ҙа, улар артынан бер ни күренмәнесе. Шуға ла хатта инде юл аша уҙа башлағас та бик-бик иғтибарлы булырға кәрәк. Машинаһын дөрөҫ йөрөтмәгән алйоттар ҙа була бит.

Почтала Асмандың өләсәһе "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" гәзиттәренә һәм бик күп башҡортса журналдарға яҙылды.

- "Аҡбуҙат"ты онотоп ҡуйма, - тип Асман өләсәһенең итәгенән тартып ҡына торҙо. Бик оҙаҡ яҙҙы бит, онотоп та ҡуйыуы бар шул.

Был эште тамамлап, ҡайтырға сыҡҡас Асман светофорҙы ла, юлды ла бик иғтибарлап ҡарап ҡына барҙы. Өләсәһенә юл ҡағиҙәләрен яңынан тотош аңлатты, иҫенә төшөрҙө. Ҡарт кеше бит, онотоп ҡуйыуы ла бар.