Jump to content

Ҡыяр тәмлеме?(шиғыр). Г.Батталова

From Wikisource
Ҡыяр тәмлеме?(шиғыр). Г.Батталова (Шиғыр )
автор Г.Батталова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡыяр тәмлеме?


 Өлгөрөп килә ҡыяр саҡ ҡына,
 Баҡсаға инде Ирек һаҡ ҡына.
 Түтәл яҡында, түтәл ҙур, бейек,
 Ҡыяр өҙөргә ҡул һуҙҙы Ирек.
Ҡапыл бер нәмә ырғыны, малай!
 Белмәне Ирек һыҙғанын ҡалай.
 Ҡайҙа ул татыу ҡыярҙың тәмен,—
 Бик ныҡ ҡурҡытҡан уны тәлмәрйен.


1996 йыл