Jump to content

Ҡыш бабай әкиәте(әкиәт). Мостай Кәрим

From Wikisource
Ҡыш бабай әкиәте ( әкиәт )
автор Мостай Кәрим
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡыш бабай әкиәте


 Борон-борон заманда беҙ бик күмәк шаян ҡар бөртөктәре инек. Юғарыла, күктә, әйләнеп-әйләнеп йөрөнөк. Бер төндә ергә яуа башланыҡ. Бөтә ер өҫтөн ҡаплап алдыҡ. Ел сығып, тауҙар өйөлдө, һырынтылар яһалды. Беҙҙең өҫтә балалар шаулашып һырғалаҡ эйҙеләр. Далалағы ағуналар, аҡ ҡуяндар, беҙҙе соҡоп, үҙҙәренә оя яһанылар.
Бер көндө шулай урамда — бында, ҡалала, түгел, алыҫ ауыл урамында — дүрт бала ҡар бәрешеп уйнай ине.
Әлеге дүрт баланы һаман да хәтерләйем. Үҙемдән сығарып һәр береһенә исем дә ҡуштым. Береһе — Яҡшы малай, икенсеһе — Яман малай, береһе — Уңған ҡыҙ, икенсеһе — Илаҡ ҡыҙ. Бер ваҡыт Яҡшы малай:
— Әйҙәгеҙ, малайҙар, ҡарҙан кеше яһайбыҙ, — тине.
— Ҡуй, бушты, — тип ҡарышты Яман малай. — Кәрәге бар тағы. Ҡарҙан да кеше булһын, ти, имеш.
Ә беҙҙең кеше булғыбыҙ бик килә ине.
Араларынан Уңған ҡыҙ:
— Яһайбыҙ, яһайбыҙ, — тине.
Илаҡ ҡыҙ ҙа уға ҡушылды. Яман малай нимәлер тибеп йөрөнө. Китеп юғалды. Ҡалған өсөһө эшләргә кереште. Тәүҙә кәүҙәмде йомарланылар. Кәүҙәмә аҡыллы баш ултырттылар. Уңған ҡыҙ күҙҙәр ҡуйҙы, һиҙгер ҡолаҡтар тиште. Ике эшлекле ҡул яһаны. Ҡыҫҡа булһа ла, аяҡтарым да бар ине. Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ эштәре булыуға һөйөндө. Мин әҙәм рәтенә инеүемә шатландым.
Тик Яман малай ғына тынғы бирмәне. Кеше күрмәгәндә, ҡолағымды ҡуптарып ала. Ҡулымды һындырып ташлай. Арҡама таяҡ ҡаҙап китә.
Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ мине һәр ваҡыт бәләнән ҡотҡаралар.
Нисек кенә булмаһын, мин рәхәт йәшәнем. Һәр шатлыҡтың сиге була. Көньяҡтан йылы ел иҫте. Тыным ҡыҫыла башланы. Көнөм һанаулы ҡалғанын һиҙҙем. Бәхеткә ҡаршы, бер төндә ҡаты һыуыҡ булды. Миңә хәл инде. Мин китергә булдым. Мин шунда уҡ юлға сыҡтым. Бара торғас, ел артта тороп ҡалды. Боҙ тауҙары ялтырап ятҡан илгә килеп еттем.
Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай минең киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Улар менән хушлашып өлгөрмәнем. Уларҙы бик һағындым. Улар ҙа мине эҙләйҙәр, ти. Хәҙер күп йылдар үтте. Мин ҡартайҙым. Һәр бер урында мин Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай кеүек кешеләрҙе йыш осратам. Илаҡтар ҙа осрай, ләкин бик һирәк.
 


1988 йыл