Jump to content

Ҡышҡы ямғыр(шиғыр). Р.Әбүталипова

From Wikisource
Ҡышҡы ямғыр (Шиғыр )
автор Р.Әбүталипова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡышҡы ямғыр


 Иркә ҡояшҡа иҙерәп,
 Ҡыш бабай йоҡлап киткән.
 Шуны ғына көткән кеүек,
 Ямғырбай килеп еткән.
 Эй, шыбырлап ямғыр яуа,
 Шиңә, туҙа ап-аҡ ҡар...
 — Атаҡ-атаҡ, был ни эш,— тип
 Ғәжәпләнә ата ҡаҙ.


1996 йыл