Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡыш

Ҡыш


Арҡаларҙан ҡышҡа артылдым да,
Һыуығына киләм күнегеп,
Ни арба ла, ни саналар сағым,
Урынында түгел күңелем.
Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары,
Аҡлығына һыйған мең балҡыш,
Сыңлап торған боҙлоҡ тынлығында
Ишетелә кеүек моң-алҡыш.
Шәкәр генә инде йәш ҡар юлда,
Тоҙҙай әсе буран туҙаны,
Татығаным тәме ҡышҡа күскән,
Әй әсе лә татлы - үҙ заңым.
Тумалаҡҡа йыям ғүмер ебен -
Бер усыма һыя йомғағым.
Алғы оста күпме еп ҡалғандыр -
Үҙем сисмәҫ яҙмыш йомағы.
Арҡаларҙан аша ҡышҡа төштөм,
Тәгәрәтә тарта үңерҙәр,
Ә ҡулдағы йомғаҡ артмай, һеңә...
Бер йомарлаҡ ҡарҙыр - ғүмерҙәр.