Ҡыуыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡыуыҡ


 
Ҡыуыҡ ҡабартам, өф-өф,
Тамаша ҡылһын Өфө,
Мин бит тылсымын беләм,
Өрәм дә күккә эләм!
Күбенә бара ҡыуыҡ,
Ҡарап тороуы ҡыҙыҡ,
Һарыҡ ҙурлығы булды,
Өй ҡыйығына ҡунды,
Биләне уңды-һулды,
Тиҙҙән ихата тулды,
Осто ла китте ҡыуыҡ
Тауҙар аша ел ҡыуып.
Эй оса, ҡыуыҡ оса,
Оло бер күлде һоҫа,
Биш ауылды, ҡаланы,
Йәйрәп ятҡан даланы,
Йөҙ һыйырҙы, мең китты,
Миллион кило итте,
Кешеләрҙе тота- тота,
Ҡорһағына йота-йота.
Еткәйне терпе ҡыуып -
Шартланы-ҡуйҙы ҡыуыҡ!
 
 


2012